Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Июнь 2020, 11:35

Өр-яңы биш баҡса сафҡа инә

Әле Өфөлә 223 балалар баҡсаһы эшләй. Уларға 68 меңдән ашыу сабый йөрөй.

Әле Өфөлә 223 балалар баҡсаһы эшләй. Уларға 68 меңдән ашыу сабый йөрөй. Халыҡ һаны арта барғанға күрә, балалар баҡсаларына ихтыяж да арта.

Баш ҡалабыҙҙа 925 урынлыҡ биш яңы мәктәпкәсә учреждение төҙөлә, шуның өсөһө – Сипайлово биҫтәһендә, береһе – Сағыу биҫтәһендә, тағы ла береһе – Баланов-Яңы Александровкала. Уларҙың барыһы ла быйыл файҙаланыуға тапшырыла.

Өфөнөң Яр буйы урамындағы 71-се йорт ихатаһындағы баҡса “Демография” милли проектының “Ҡатын-ҡыҙ мәшғүллегенә булышлыҡ итеү – өс йәшкә тиклемге балалар өсөн мәктәпкәсә белем алыуҙа шарттар тыуҙырыу” төбәк проекты нигеҙендә төҙөлә. Объект былтыр августа һалына башланған. Әле эш графикка ярашлы бара. Баҡсаны августа төҙөп бөтөргә, рөхсәт документтарын алып, балаларҙы сентябрҙә ҡабул итергә ниәтләйҙәр.

Бөгөн төҙөлөш-монтаж эше тамамланған тиерелек, биҙәү ғәмәлдәре башҡарыла, инженерлыҡ селтәрҙәре үткәрелгән. Көйләү эштәрен башҡарырға, ҡыйыҡты ябырға ҡалған. Бер үк ваҡытта биләмәне лә йәшелләндереү менән шөғөлләнәләр.

350 квадрат метр майҙанды үҙ эсенә алған өс ҡатлы баҡса 215 урынға иҫәпләнә. Унда ике ясле һәм ете мәктәпкәсә төркөм асыла. Учреждениела балаларҙың һәләттәрен үҫтереү йәһәтенән бөтә шарттар тәьмин ителәсәк, музыка, логопед, иркен уйын бүлмәләре, спорт залы булдырыласаҡ.

Балаларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында ҡапҡаға һәм ишектәргә магнитлы йоҙаҡ, бинаның эсендә һәм тышында һигеҙ видеокүҙәтеү камераһы ҡуйыла.

Читайте нас: