Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Июнь 2020, 17:18

“Урмандарҙы һаҡлау”

Башҡортостанда “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты буйынса урмандарҙы тергеҙеү һәм культураларҙы агротехник тәрбиәләү буйынса саралар дауам итә.

Башҡортостанда “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты буйынса урмандарҙы тергеҙеү һәм культураларҙы агротехник тәрбиәләү буйынса саралар дауам итә.

"Булған урман культураларын һаҡлау һәм үҫтереүгә уңайлы шарттар тыуҙырыу өсөн ерҙе үлән, ваҡ ағас-ҡыуаҡ ҡаплауына, унда дым йыйылыуына юл ҡуймау мөһим. Агротәрбиәләү тәбиғәт шарттарына, үҫентеләрҙең үҫеүенә ҡарап, миҙгеленә дүрт тапҡыр уҙғарыла. Йәш үҫентеләрҙе тәүге ике йылда ныҡлап ҡарарға кәрәк. Был сараларҙы ентекле үткәреү ағастарҙың нығынып, ерегеп китеүенә йоғонто яһай. Артабан агротехник тәрбиә саралары ҡый үләндәренең үҫеүенә ҡарап уҙғарыла", – ти республика Урман хужалығы министрлығының урмандарҙы ҡулланыу һәм тергеҙеү, дәүләт урман реестрын алып барыу бүлеге етәксеһе Альберт Закиров.

Календарь план буйынса, урман культураларын тәрбиәләү июндә башлана һәм ҡый үләндәренең әүҙем үҫеүе туҡтағансы дауам итә.

Быйыл, дәүләт бурысына ярашлы, 19 мең гектар майҙанды агротехник тәрбиәләү талап ителә. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, әлегә ошондай эштәр 4,6 мең гектарҙа атҡарылған, шул иҫәптән ҡуртымға алынған урман участкаларында - 2,8 мең гектарҙа. Өс-биш йәшлек ағастар үҫкән ерҙәрҙә агротехник тәрбиәләү махсус бензотриммерҙар ярҙамында атҡарыла.

Читайте нас: