Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Июнь 2020, 17:18

2,5 заманса контейнер

Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш иткән төбәк операторының “Ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус автохужалыҡ” муниципаль унитар предприятиеһы 450 контейнерҙан торған тәүге партияны алды.

Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш иткән төбәк операторының “Ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус автохужалыҡ” муниципаль унитар предприятиеһы 450 контейнерҙан торған тәүге партияны алды. Яҡын арала уларҙы Өфөлә һәм муниципаль райондарҙа урынлаштырасаҡтар.

Төбәк операторының матбуғат секретаре Андрей Яматиндың белдереүенсә, контейнерҙар майҙансыҡтары яңыртыласаҡ.

- Беҙ 2,5 заманса контейнер һатып алдыҡ. Уларҙың 849-ы ҡалдыҡтарҙы – пластика, быяла һәм ҡағыҙҙы – айырым йыйыу өсөн тәғәйенләнгән. Уларҙың конструкцияһы ныҡ ҡына һәм тәбиғәт көйһөҙлөктәренә лә тотороҡло, - ти ул.

Тағы шуны билдәләргә кәрәк: контейнерҙарҙың был партияһы заманлаштырылған. Улар эре һәм ваҡ сүп-сарҙы айырым йыйғанда асылыу өсөн уңайлы ике ҡапҡас менән тәьмин ителәгән. Бынан тыш, контейнерҙар заманса экология нормаларына тап килә һәм файҙаланыу ваҡыты үткәс, ҡайтанан эшкәртелә ала.

– Илдәге алдынғы социологик хеҙмәттәрҙең мәғлүмәттәренә ҡарағанда, ватандаштарыбыҙҙың айырым бер өлөшө был үҙгәртеп ҡороуҙарҙы хуплай. Уларҙың ВЦИОМ биргән һорауҙарға яуаптарына ярашлы, халыҡтың 67 проценты үҙҙәренең йәшәгән урында сүп-сарҙы йыйыу һәм сығарыу менән риза. Һуңғы йылда был эш менән бәйле хәлдең яҡшырыуын Рәсәйҙә йәшәүселәрҙең 41 проценты билдәләгән, – тип белдергән республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров. – Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү инфраструктураһының үҫеше “Экология” милли проектының маҡсаттарына һәм мәсьәләләренә тулыһынса тура килә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: “Экология” милли проекты ил Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгәйне.

Читайте нас: