Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Июнь 2020, 17:15

134 кешене 40 авария хәлендәге фатирҙан күсерәсәктәр

Торлаҡ-коммуналь хужалығын реформалауға ярҙам итеү үҙәге фонды Башҡортостандың 2020-2021 йылдарҙа граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан күсереү программаһын тормошҡа ашырыу өсөн финанс ярҙамға заявкаһын раҫлаған.

Тиҙҙән 134 кешене 40 авария хәлендәге фатирҙан күсерәсәктәр. Торлаҡ-коммуналь хужалығын реформалауға ярҙам итеү үҙәге фонды Башҡортостандың 2020-2021 йылдарҙа граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан күсереү программаһын тормошҡа ашырыу өсөн финанс ярҙамға заявкаһын раҫлаған.

Республиканың Төҙөлөш һәм архитектура дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, төбәк фондтан 56,10 миллион һум аҡса аласаҡ. Ә Башҡортостан үҙ сиратында ошо суммаға финанслау тәртибендә 12,59 миллион һум аҡса ҡушасаҡ. Бар сумма 1,34 мең квадрат метр майҙанды биләгән авария хәлендәге торлаҡ биналағы 40 фатирҙан 134 кешене күсереүгә йүнәлтеләсәк.

Шулай итеп, баш ҡалалағы Гоголь урамындағы 41-се, Зәйнулла Рәсүлев урамындағы 15-се, Совет урамындағы 32-се, Егор Сазонов урамындағы 23а һәм Туҡай урамындағы 54-се йортта (1-3-сө фатирҙар) йәшәүселәр күсереүгә эләгә.

Был ил Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Йәшәү өсөн яраҡһыҙ торлаҡ фондын тотороҡло ҡыҫҡартыуҙы тәьмин итеү” федераль проектының 2020-2021 һәм 2021-2022 йылдарҙа тормошҡа ашырыуға финанс ярҙам биреү һөҙөмтәһендә мөмкин булды. Билдәле булыуынса, был проект сиктәрендә Рәсәй төбәктәрендә 2017 йылдың 1 ғинуарына тиклем авариялы тип танылған торлаҡта йәшәүселәр күсерелә.

Читайте нас: