Инйәр
+15 °С
Ясно
Новости
20 Июня 2020, 22:18
Республикала 3-тән 7 йәшкә тиклемге балаға түләү алыусылар исемлеге киңәйтелде
Башҡортостанда 3-тән 7 йәшкә тиклемге балаға айлыҡ аҡса түләү шарттары үҙгәрҙе.
20 майҙан аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр (килеме йәшәү минимумынан — 9 804 һумдан артмаған) өсөн 3-7 йәшлек балаларға түләүгә ғаризалар ҡабул ителә. Әлеге ваҡытта түләүҙең күләме 4 984 һумға баһалана.
Башҡортостан Хеҙмәт министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 3-тән 7 йәшкә тиклемге балаға аҡса алыусылар исемлеге киңәйтелде. Әгәр элек түләү алыу өсөн аҙ тәьмин ителгән ғаиләнең барлыҡ эшкә һәләтле ағзалары эшләргә йәки белем биреү ойошмаһында көндөҙгө бүлектә уҡырға тейеш булһа, хәҙер иһә был сикләү бөтөрөлдө.
Хәҙер 3-тән 7 йәшкә тиклемге балаһы булған бөтә аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр ошондай түләү алырға хоҡуҡлы. Ата-әсәнең эшләп йәки уҡып йөрөүе мотлаҡ тип һаналмай. Граждандарға ғариза биреү ҙә етә. Барлыҡ кәрәкле документтар улар ҡарамағында булған органдарҙа ведомство-ара эш итеү юлы менән һорап алына.
3-тән 7 йәшкәсә балаларға айлыҡ түләү тәғәйенләү йәки баш тартыу тураһында ҡарар ғариза ҡабул ителгән көндән башлап 10 эш көнө дауамында ҡабул ителә. Ведомство-ара эш итеү барышында һоралған мәғлүмәттәр килмәһә, ҡарау ваҡыты ғариза ҡабул ителгән көндән алып 20 эш көнөнә тиклем оҙайтыла.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:31
Сафтар тулыланды
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"