Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Июнь 2020, 15:00

Хөрмәтле “Инйәр” район гәзите хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!

Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ — Башҡортостан Республикаһының матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ!

Киң мәғлүмәт саралары район тормошон даими яҡтыртып бара. Һеҙ, журналистар, район имиджын барлыҡҡа килтереүҙә ҙур роль уйнайһығыҙ. Һеҙҙең арҡала һәр кем ыңғай үҙгәрештәр хаҡында ваҡытында хәбәрҙар. Ваҡиғалар уртаһында ҡайнап, кешеләрҙең шатлыҡ-ҡыуаныстарын, борсоуҙарын бүлешәһегеҙ, уларҙың кәйефен тояһығыҙ, фекерҙәрен халыҡҡа еткерәһегеҙ. Әлеге мәлдә киң мәғлүмәт саралары алдында мөһим һәм яуаплы бурыстар тора. Хәбәрселәр һөнәри оҫталыҡҡа ғына түгел, юғары әхлаҡи принциптарға ла эйә булырға, рухи ҡаһарманлыҡ өлгөһө күрһәтеп, хеҙмәтенә тоғролоҡ һаҡларға тейеш.
Һөнәри байрамығыҙ айҡанлы әүҙем хеҙмәттәшлек өсөн тәрән рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, хеҙмәтегеҙ — һөнәри, һүҙегеҙ — тура, фекерегеҙ — дөрөҫ булһын. Осло ҡәләмдәрегеҙҙе тирбәлтеп, бик күп мауыҡтырғыс темалар өҫтөндә артабан да илһамланып эшләгеҙ.
Бар йөрәктән һеҙгә ижади уңыштар, хыялдарығыҙҙың тормошҡа ашыуын теләйбеҙ, яҡындарығыҙға бәхет, именлек юлдаш булһын.
Рәүф Рәхмәтуллин,
муниципаль район Советы рәйесе.
Илшат Әминев,
муниципаль район Хакимиәте башлығы.
Читайте нас: