Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Июнь 2020, 11:00

Сүплектәр бөтөрөләсәк

Был хаҡта республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров Башҡортостан Хөкүмәтенең видеобәйләнеш режимындағы кәңәшмәһендә белдерҙе.

Был хаҡта республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров Башҡортостан Хөкүмәтенең видеобәйләнеш режимындағы кәңәшмәһендә белдерҙе.

Кәңәшмәлә һүҙ “Башҡортостан Республикаһының экологияһы һәм тәбиғи ресурстары” дәүләт программаһына индерелгән үҙгәрештәр хаҡында барған. “Етештереү һәм файҙаланыу ҡалдыҡтарына идара итеү системаһын заманлаштырыу” программаһына тағы өс маҡсатлы күрһәткес – контейнер майҙансыҡтарын урынлаштырыу, сүп-сарҙы айырым йыйыу өсөн контейнерҙар менән тәьмин итеү һәм юҡ ителгән сүплектәр тигән өлөштәр өҫтәлгән.

2024 йылға күрһәткестәр һөҙөмтәһе 100 процент тәшкил итәсәк. Бынан тыш, Сибай, Учалы, Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Өфө ҡалаларында – берешәр һәм Салауат ҡалаһында ике – барлығы ете атмосфера һауаһына контроллек итеү буйынса автоматлаштырылған станция барлыҡҡа киләсәк, тип белдерҙе министр.

Бөгөн район ауылдарынан ҡаты көнкүреш ҡалддыҡтарын “Эко-Сити” төбәк операторҙары машиналары сығарғас, урындарҙағы сүплектәрҙе таҙартыу һәм ябыу буйынса өмәләр үткәрелә.

Читайте нас: