Инйәр
+18 °С
Ясно
Новости
4 Июня 2020, 13:10

Ҡала көнөн байрам итеүҙе күсереү

Өфө мэры Өлфәт Мостафин 2 июндә баш ҡала хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәлә быйыл Ҡала көнөн һуңыраҡ датаға күсерергә кәрәклеген белдерҙе.
«12 июнь — Ҡала көнөн 11 октябрҙә Республика көнө менән бергә билдәләргә тигән тәҡдим индерелде. Был мөрәжәғәт ҡала Советына ебәрелде. Тиҙҙән депутаттар ҡарар ҡабул итергә тейеш», — тине ҡала башлығы.
Ыңғай ҡарар ҡабул ителгән осраҡта, салют та күсерелә.
«Күмәкләп байрам ойоштороу ваҡыты етмәгән әле. Беҙҙә пандемияға ҡаршы көрәш дауам итә», — тине Өлфәт Мостафин.

Читайте нас