Инйәр
+17 °С
Облачно
Новости
1 Июня 2020, 03:36
Федераль ярҙам бүлеү мөмкинлеге ҡарала
30 майҙа Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Республика кардиология үҙәгендә булды.
Улар медицина учреждениеһы бүлексәһенең эшмәкәрлеге менән танышты. Баш табип Ирина Николаева һүҙҙәренсә, үҙәккә йыл һайын 14 меңдән ашыу пациент килә. Бында 20 мең самаһы операция үткәрелә, уларҙың биш меңе – юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтеү программалары буйынса.
Былтыр кардиоүҙәккә реконструкция башланды. Ул майҙаны 32 мең квадрат метрҙан ашыулыҡ яңы хирургия корпусы төҙөүҙе, шулай уҡ әлеге биналарҙы яңыртыуҙы күҙ уңында тота. Эште 2023 йылда тамамлау планлаштырыла. Проекттың хаҡы алты миллиард һумдан ашыу. Төҙөлөш республика бюджеты иҫәбенә алып барыла.
Радий Хәбиров менән Михаил Мурашко проектты финанслау йәһәтенән федераль ярҙам бүлеү мөмкинлеге хаҡында фекер алышты. Республиканан тейешле заявка әле Рәсәй Хөкүмәтендә ҡарала.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:31
Сафтар тулыланды
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"