Инйәр
+2 °С
Облачно
Новости
31 Мая 2020, 22:39
Дөрөҫ йоҡларға өйрән
Добавить в предпочтительные источники Google
Ревматоидлы артрит төндә йоҡларға бирмәйме? Был сирҙән яфаланғандарҙың 75 проценттан ашыуы төндә насар йоҡлауға зарлана. Шул уҡ ваҡытта ҡатын-ҡыҙҙарҙы был проблема ирҙәргә ҡарағанда йышыраҡ борсой.
Ауырыу төн уртаһында кинәт көсәйеп китә, елһенә. Быуылыу осраҡтары ла була. Тынысланып йоҡлау өсөн ятҡан ерегеҙҙе ҡулайлаштырырға кәңәш ителә.
Иҫке матрасты үҙгәртеп алығыҙ.
Яңы матрас һатып алырға мөмкинлегегеҙ юҡ икән, иҫке матрасығыҙҙың өҫтөнә 5 сантиметр ҡалынлығындағы пенополиуретан һалығыҙ.
Йоҡо бүлмәһен ҡараңғылатығыҙ.
Яҡтылыҡ организмдың мелатонин – йоҡларға ярҙам иткән гормон эшләп сығарыу һәләтен кәметә. Әлбиттә, яҡтылыҡты үткәрмәгән пәрҙәләр алып элергә лә була, әммә арзаныраҡ саралар ҙа бар: бер нисә рулон ҡарағусҡыл төҫтәге пленка алып, тәҙрәгә йәбештерергә мөмкин.
Карауаттағы йәймәне алмаштырығыҙ.
Мамыҡ йәймә, әлбиттә, зауыҡлылыр, тик ревматоидлы артриттан яфаланғандар өсөн саманан тыш ҡаты, тығыҙ, уңайһыҙ булыр. Иң яҡшыһы – трикотаж йәймә һайлағыҙ.
Табанығыҙ өсөн махсус ҡулайлама яһағыҙ.
Ревматоидлы артрит арҡаһында аяҡ табаны үтә һиҙгергә әйләнә. Юрған ябынмаһаң – аяҡ өшөй, ябынһаң – табандар һыҙлай. Был осраҡта карауатта матрас менән пружина блогы араһына юрғанды күтәреп торорлоҡ таҡта ҡуйырға мөмкин.
Муйын ауыртыуын баҫығыҙ.
Төн уртаһында муйынығыҙ ауыртып уянаһығыҙмы? Йоҡо тыныс булһын тиһәгеҙ, башығыҙҙы һыу тултырылған мендәргә һалырға кәңәш ителә. Джонс Хопкинс университеты ғалимдары асыҡлауынса, муйыны ауыртҡан кешеләр ябай мендәргә ҡарағанда, һыу тултырылған яҫтыҡта тиҙерәк йоҡлап китә һәм төндә һирәк уяна икән.
Читайте нас
MAX
telegram
вк
ок
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:31
Сафтар тулыланды
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"