Инйәр
+4 °С
Облачно
Новости
1 Июня 2020, 11:16
Был юлы – 10 мең дана аҙыҡ-түлек йыйылмаһы!
Добавить в предпочтительные источники Google
Республикала “Башҡортостан аҙыҡ-түлектәре. Һеҙҙең хаҡта хәстәрлек” акцияһының икенсе тулҡыны башланды. Был акцияның ойоштороусыһы – “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе Секретары, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров.
Аҙыҡ-түлек йыйылмаларын төбәктәге мохтаж булғандар адреслата аласаҡ. “Ирекмәндәр тарафынан аҙыҡ-түлек йыйылмаларының беренсе партияһы ярайһы уҡ тиҙ таратылды. Әммә шул уҡ ваҡытта “Берҙәм Рәсәй”ҙең колл-үҙәгенә ярҙам һорап шылтыратыуҙар дауам итә. Шуға был акцияны дауам итеү тураһында ҡарар ҡабул ителде”, – тип хәбәр итте “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров.
Был юлы 10 мең аҙыҡ-түлек йыйылмаһы таратыласаҡ. Унда – урындағы етештереүселәрҙән иң кәрәкле һәм сифатлы ризыҡтар: ярмалар, консервалар, тәм-том һәм башҡа һыуытҡыста һаҡлауҙы талап итмәгән тауарҙар. “Был юлы ярҙам аҙ килемлеләр исемлеге буйынса түгел, ә республикала йәшәүселәрҙең ғаризалары буйынса адреслата күрһәтеләсәк. Беҙгә, “ҡыҙыу бәйләнеш”кә, оло йәштәгеләр ҙә, шулай уҡ пандемия арҡаһында ауыр тормош хәленә тарығандар ҙа мөрәжәғәт итә”, – тине “Берҙәм Рәсәй” ҡарамағындағы “Беҙҙең хәстәрлек” проекты ирекмәндәр үҙәге етәксеһе Оскар Лютов.
Ярҙам күрһәтеү өсөн ғаризалар төбәк колл-үҙәгенең 8-800-201-89-03, шулай уҡ республика райондарындағы һәм ҡалаларындағы “Беҙҙең хәстәрлек” проекты ирекмәндәр штабтарының “ҡыҙыу бәйләнеш”е телефондары буйынса ҡабул ителә.
Читайте нас
MAX
telegram
вк
ок
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:31
Сафтар тулыланды
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"