Инйәр
+23 °С
Ясно
Новости
27 Мая 2020, 07:43
Бал ҡорттарын һаҡлағыҙ
Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы Федераль урман хужалығы агентлығы менән әҙерләгән һәм килешелгән план буйынса Ейәнсура урмансылығы биләмәһендә парһыҙ ебәк күбәләген бөтөрөү буйынса саралар уҙғарыу планлаштырылған. Был бөжәк ҡайын, йүкә, имән һәм башҡа япраҡлы ағастарға зыян килтерә.
Апрелдә “Рослесзащита” федераль бюджет учреждениеһы филиалы – “Башҡортостан Республикаһы урманын һаҡлау үҙәге” белгестәре менән берлектә парһыҙ ебәк күбәләгенең күпләп үрсегән урындарын тикшереү һөҙөмтәһендә зыян күргән майҙандарҙы эшкәртеү кәрәклеге асыҡланған.
Ошо ҡоротҡосҡа бәйле килеп тыуған ауыр хәлгә бәйле, Ейәнсура район хакимиәтенең 18 майҙағы 291-се бойороғона ярашлы, районда “Ғәҙәттән тыш” хәл индерелде. Тәбиғи төрҙәге ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе бөтөрөү буйынса сара планына ярашлы, 27 майҙан 10 июнгә тиклем районда урман һаҡлау саралары уҙасаҡ.
Дәүләт йөкләмәһенә ярашлы, 10 111 гектар майҙанды эшкәртеү Ейәнсура урман хужалығына йөкмәтелгән. Бөжәккә ҡаршы “Лепидоцид СК-М” биологик препараты ҡулланыласаҡ.
Әлеге ваҡытта Ейәнсура урман хужалығы һәм район хакимиәте тарафынан урман һаҡлау сараларын уҙғарыу ҡаралған биләмәләргә халыҡтың йөрөүен сикләү буйынса эш алып барыла.
Ошо хәлгә бәйле республиканың Урман хужалығы министрлығы халыҡтың һәм умартасыларҙың сара уҙғарыу ваҡытында урманға барыуҙан тыйылыуын һорай.
Был саралар “Экология” милли проектына ярашлы, урмандарҙы һаҡлау сараларына ярашлы ғәмәлгә ашырыла.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:31
Сафтар тулыланды
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"