Инйәр
-18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Май 2020, 12:03

Ситтән тороп меңдән ашыу сертификат юлланған

Башҡортостанда, 15 апрелдән башлап, меңдән ашыу ғаилә ғаризаһыҙ тәртиптә әсәлек капиталына сертификат юллаған.

Сертификат электрон төрҙә генә рәсмиләштерелә. Уны рәсмиләштереү Пенсия фондының мәғлүмәт системаһында теркәлә һәм Рәсәй Пенсия фонды сайтында йәки Дәүләт хеҙмәттәре порталында әсәнең шәхси кабинетына ебәрелә.
Уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алған ғаиләләргә сертификат алыу өсөн элеккесә ғариза яҙыу тәртибе һаҡлана.
2020 йылда әсәлек капиталы күләме 466 617 һум тәшкил итә. Быйыл икенсе балаһы тыуған ғаиләләр өсөн әсәлек капиталы 150 мең һумға арттырыла һәм һөҙөмтәлә 616 617 һум була.
2020 йылдан донъяға килгән йәки уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алынған өсөнсө, дүртенсе һәм артабанғы балалар өсөн ошондай сумма бирелергә тейеш (әгәр элек ғаиләнең әсәлек капиталына хоҡуғы булмаһа).
2007 йылдан Башҡортостанда бөтәһе 324 меңдән ашыу әсәлек капиталына сертификат бирелгән.
Александр Комзалов,
пенсия фонды идаралығы начальнигы.
Читайте нас: