Инйәр
+13 °С
Облачно
Новости
21 Мая 2020, 07:40
Хөрмәтле Архангел районы халҡы!
Һеҙҙе бөтә мосолмандар өсөн изге Рамаҙан айының тамамланыуы һәм Ураҙа байрамы менән ҡотлайым!
Был байрамда исламдың күп быуатлыҡ йолалары, уның юғары әхлаҡи идеалдары сағыла. Ураҙа байрамы изге айҙың төп ҡанундарын — рухи таҙарыныуҙы, тыныслыҡ һөйөү һәм миһырбанлыҡты, изге эштәр ҡылыуҙы кәүҙәләндерә. Бындай ҡиммәттәр бөтә дин кешеләренә лә берҙәй яҡын һәм аңлайышлы, тыныслыҡ һәм татыулыҡтың нигеҙе булып хеҙмәт итә.
Изге Ураҙа байрамы бөтәбеҙгә лә йән тыныслығы һәм үҙ көсөбөҙгә ышанысты, яңы көс-дәрт һәм илһам өҫтәһен. Барығыҙҙың да ғаилә усағының йылыһы күңелдәребеҙҙә өмөт уятһын, йорттарыбыҙҙа һөйөү, бәхет, дуҫлыҡ, изгелек, тыныслыҡ, именлек хөкөм һөрһөн! Хоҙай Тәғәлә һеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлаһын, уҡыған доғаларығыҙҙы ҡабул итһен.
Ураҙа байрамы мөбәрәк булһын!
Рәүф Рәхмәтуллин,
муниципаль район Советы рәйесе.
Илшат Әминев,
муниципаль район хакимиәте башлығы.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Новости
16 Марта , 10:13
Муллаҡай егетенә – Шайморатов ордены!
Новости
16 Марта , 10:08
Кескәйҙәр – йәмғиәт ҡиммәте, тырышлыҡ яҡшы һөҙөмтәләргә юл аса
Новости
16 Марта , 10:07
Художестволы фотоһүрәттәр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә
Новости
16 Марта , 10:06
“Йыл оҫтаһы” конкурсына ҡыҙыҡһыныу ҙур
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"