Инйәр
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Май 2020, 11:00

Балалы ғаиләләргә ярҙам саралары киңәйтелде

Рәсәй Президенты Указына ярашлы, әсәлек капиталына хоҡуғы булған һәр ғаилә апрелдән июнгә тиклем бишәр мең һум аҡса аласаҡ.

Был аҡса өс йәшкә тиклемге балалар өсөн биреләсәк. Был аҡсаны әсәлек капиталына эйә булыусылар ғына түгел, 2017 йылдың 1 апреленән 2020 йылдың 1ғинуарына тиклем тәүге балаһы тыуған йәки баланы уллыҡҡа алғандар ҙа юлларға мөмкин. Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса идарасыһы Фоат Хантимеровтың һүҙҙәре буйынса республикала 50 меңдән ашыу ошондай ғаилә бар.
Бынан тыш, 3 йәштән 16 йәшкәсә бала тәрбиәләгән ғаиләләр 1 июндән 10 мең һум күләмендәге бер тапҡыр бирелгән түләүҙәр аласаҡ. Әсәлек капиталына хоҡуҡ булыуға ҡарамаҫтан, аҡса ошо йәштәге һәр балаға бирелә. Ата-әсәнең йәиһә опекундың электрон ғаризаһы 10 мең һум алырға нигеҙ буласаҡ. Ғаризалар шулай уҡ территориаль идаралыҡтарҙа һәм Пенсия фондының клиент хеҙмәттәрендә ҡабул ителә. Шуныһын хәтерҙә тотоғоҙ, коронавирус инфекцияһы таралыу ҡурҡынысы шарттарында Пенсия фондына тик алдан яҙылып ҡына мөрәжәғәт итергә мөмкин. Бының өсөн Пенсия фонды сайтына кереү етә, шәхси кабинетҡа инергә кәрәкмәй. Шулай уҡ “Төбәк бәйләнештәре” бүлегендә урынлаштырылған телефон номерҙарына шылтыратып яҙылырға мөмкин.
Беренсе ҡабул итеү көнөндә республиканың 38 кешеһе 10 мең һумлыҡ түләүгә ғариза тапшырған. Ғаиләләрҙең 1 октябргә тиклем ваҡыты бар. Башҡаса бер ниндәй ҙә документ талап ителмәй.
*
Рәсәй Пенсия фонды әлеге мәлдә бик мөһим булған 3 йәшкә тиклемге балаларға түләүҙәр алыу процедураһын ябайлаштырҙы. Аҡсаны алыу өсөн es.pfrf.ru порталында шәхси кабинетта йәки gosuslugi.ru порталында ғариза биреү етә. Сертификат хужаһына башҡа бер ниндәй ҙә документ биреү кәрәк түгел, Пенсия фонды бар мәғлүмәтте үҙе табасаҡ. Аҡса күсереү өсөн мәғлүмәтте яҙғанда ла, сертификат эйәһенә банкының БИК-ын иҫәп номерын күрһәтеү етә, ҡалған реквизиттар автомат рәүештә башҡарыласаҡ.
Белешмәләрҙе тултырғанда ғаиләләр ҡайһы саҡта хата ебәрә. Айырыуса йыш осрағандары — ғариза биреүсе сифатында сертификат эйәһе түгел, ә башҡа ата-әсә йәки бала күрһәтелә. Шулай уҡ баланың исем-шәрифтәрендә , тыуған көндәрендә хата китә. Ҡайһы бер ғариза тапшырыусылар банк реквизиттарында яңылыша: иҫәп номеры урынына карта номерын яҙа. Бындай осраҡтарҙа ғаризаны яңынан тапшырырға тура киләсәк.
Ата-әсәләрҙән ғаризалар 1 октябргә тиклем ҡабул ителә.
Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса идарасыһы Фоат Хантимеров белдереүенсә, 5 мең һум күләмендәге түләүҙәргә мөрәжәғәт иткән 68 мең ғаиләгә дөйөм алғанда 731 миллион һумдан артыҡ аҡса күсерелгән.
Александр Комзалов,
район пенсия фонды идаралығы начальнигы.
Читайте нас: