Инйәр
+12 °С
Болотло
Новости
20 Май 2020, 11:41
500 мең һум түләнә
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров онлайн тәртибендә Хөкүмәт ултырышын үткәрҙе. Унда коммуналь ойошмаларҙың инвестиция программаларын тормошҡа ашырыуҙы тәьмин итеү өсөн субсидия биреү тәртибе ҡаралды.
Хәҙер муниципалитеттар ошондай ойошмаларҙың инвестиция программаларын берлектә финанслауҙа ҡатнашасаҡ. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә ҡабул ителгән тағы ла бер документ йылылыҡ, һыу менән тәьмин итеү системаларының тотороҡло эшенә булышлыҡ ҡылып, коммуналь хужалыҡ объекттарын көҙгө-ҡышҡы осорға әҙерләү мөмкинлеген бирәсәк.
Тиҙҙән Башҡортостан даими хәстәрлеккә мохтаж булған яңғыҙ йәшәгән Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына һәм инвалидтарына өйҙә даими нигеҙҙә түләүһеҙ социаль хеҙмәт күрһәтеү буйынса пилот проектына ҡушыла. Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары – ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова әйтеүенсә, быйыл республика проектты үҙаллы тормошҡа ашыра башлай, ә киләһе йылдан, федераль ҡаҙнанан аҡса алғас, пилот проектына инергә ниәтләй.
Ултырышта йәш белгестәрҙе агросәнәғәт өлкәһенә йәлеп итеү мәсьәләһе лә тикшерелде. Урта махсус һәм юғары уҡыу йорттарын тамамлаған йәш белгестәргә бер тапҡыр бирелә торған дәүләт ярҙамын 300 меңдән 500 мең һумға тиклем арттырырға ҡарар ителде. Вице-премьер Илшат Фәзрахманов билдәләүенсә, аҡса алған йәштәргә агросәнәғәт комплексында кәмендә биш йыл эшләргә тура киләсәк. Әйткәндәй, 2009 йылдан ошондай дәүләт ярҙамын 1220 кеше алған.
Хөкүмәт ултырышында ҡатнашыусылар шулай уҡ ағас ҡабул итеү, эшкәртеү һәм ташыу пункттары эшмәкәрлеген ойоштороу, муниципалитеттарҙың ер мөнәсәбәттәре өлкәһендәге эшмкәрлегендә һөҙөмтәлелекте арттырыу һәм башҡа мәсьәләләр буйынса фекер алышты.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Май , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Май , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Май , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Май , 10:31
Сафтар тулыланды
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"