Инйәр
-29 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Май 2020, 12:09

Йылҡысылыҡҡа таяна

Башҡортостан Рәсәйҙә йылҡы үрсетеү буйынса икенсе урынды биләһә, ҡымыҙ етештереү йәһәтенән дә алдынғылыҡты бирмәй. Республикабыҙҙың төрлө төбәгендә 112 мең баштан ашыу йылҡы малы тотолһа, йыл әйләнәһенә өс мең тоннанан күберәк ҡымыҙ етештерелә.

Башҡортостан Рәсәйҙә йылҡы үрсетеү буйынса икенсе урынды биләһә, ҡымыҙ етештереү йәһәтенән дә алдынғылыҡты бирмәй. Республикабыҙҙың төрлө төбәгендә 112 мең баштан ашыу йылҡы малы тотолһа, йыл әйләнәһенә өс мең тоннанан күберәк ҡымыҙ етештерелә.

Тармаҡҡа республика етәкселеге тарафынан ҙур ярҙам күрһәтелә. Былтыр “Башҡортостан Республикаһында йылҡысылыҡты үҫтереү” программаһына ярашлы, 27,2 миллион һум дәүләт ярҙамы бүленгән. Тармаҡта яңы эш башлағандарға “Агростартап” һәм “Эш башлаусы фермер” дәүләт программалары буйынса грант бүлеү ҡаралған.

Мәҫәлән, Йылайыр районынан Марат Абдулов ҡымыҙ етештереү менән 1998 йылдан шөғөлләнә. Районда уның ҙур фермаһы бар, хужалыҡта 112 башҡорт тоҡомло ат иҫәпләнә, шуның 86-һы - һауын бейәләре. Бында ике көтөүсе, шунса уҡ һауынсы һәм тракторсы эшләй. Хеҙмәткәрҙәр өсөн йәшәү, эшләү шарттары тыуҙырылған, йәй көнөнә 120 литр ҡымыҙ етештерелә. Был йәһәттән эшҡыуар элекке йолаларға таянып, ҡул менән бешеүгә өҫтөнлөк бирә. Әҙер продукцияны һатыуға бәйле проблемалар юҡ, урындағы халыҡ һәм күрше ырымбурҙар ҡымыҙҙы көнөндә үк һатып ала.

Марат Абдулов өлгәшелгән уңыштары менән генә сикләнеп ҡалырға йыйынмай, киләсәктә һауын бейәләрен йөҙгә еткереп, көнөнә 200 литр ҡымыҙ етештерергә хыяллана. Был йәһәттән фермер дәүләт программаһына өмөт итә. Әйткәндәй, 2019-2020 йылдарҙа йылҡысылыҡты үҫтереүгә республика ҡаҙнаһынан 178, 6 миллион һум ярҙам ҡаралған.

Ошо эштәрҙең барыһы ла “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.

Читайте нас в