Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Май 2020, 12:08

Райондағы тәүге бассейн!

Әлшәй районы үҙәгендә өр-яңы физкультура-һауыҡтырыу комплексы сафҡа индерелгән.

Әлшәй районы үҙәгендә өр-яңы физкультура-һауыҡтырыу комплексы сафҡа индерелгән. Заман талаптарына ярашлы үҙәктең бассейны ла бар.

Әйтергә кәрәк, был бассейн – районда беренсе. Ул ҡаплаулы 25-әр метр оҙонлоҡтағы дүрт юлдан тора, тәрәнлеге - 1,80 метр. Һыуҙы заманса таҙартыу ҡоролмалары ҡуйылған.

Комплекста, шулай уҡ, ҙурлығы 45х25 метр булған спорт залы бар. Унда баскетбол, волейбол, гандбол һәм мини-футбол буйынса шөғөлләнергә мөмкин. Сисенеү, душ бүлмәләре, гардероб, регистратура, медицина кабинеты, буфет һәм етәкселек кабинеттары ла заманса эшләнгән һәм уңайлы. Комплекстың дөйөм майҙаны – 3087,4 квадрат метр.

Яңы объект төҙөлөү менән районда өҫтәмә эш урындары ла барлыҡҡа килгән. Әлеге ваҡытта штат расписаниеһы төҙөлгән. Объект тулыһынса ҡулланыуға әҙер.


- Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, эпидемияға бәйле әлегә беҙ бассейнлы спорт комплексын аса алмайбыҙ. Инфекция таралыуға бәйле хәүеф китеү менән ул ишектәрен асасаҡ һәм беҙ балаларҙы йөҙөүгә өйрәтеү төркөмдәре ойоштора башлаясаҡбыҙ, шулай һәр теләгән кеше һыуҙа йөҙә аласаҡ, - ти Әлшәй районы хакимиәте башлығы Дамир Мостафин.

Мәғлүм булыуынса, “Демография” милли проекты үҙ эсенә биш йүнәлеште ала, шул иҫәптән “Йәмәғәтселек һаулығын нығытыу” һәм “Спорт – йәшәү нормаһы” проекттарын да. Уларға ярашлы, илдә спорт тармағын үҫтереү, кешеләрҙе сәләмәт тормош рәүешенә ылыҡтырыу йәһәтенән бихисап эштәр башҡарыла. Бының өсөн алты йылда 3,1 триллион һум аҡса тотоноу ҡаралған.

Читайте нас: