Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Май 2020, 16:35

Башҡортостан йәнә алдынғылар рәтендә

“Рәсәй киләсәге. Милли проекттар” порталы өсөн махсус ойошторолған “Медиалогиялар” эҙләнеү эштәренең һөҙөмтәһе буйынса, киң мәғлүмәт сараларында “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” менән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекттарының башҡаларына ҡарағанда йышыраҡ баҫылғаны асыҡланған.

Юлдарға арналған мәғлүмәттәр апрель айында 27,3 мең тапҡыр сыҡһа, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты хаҡында 11,4 мең хәбәр донъя күргән.

Өсөнсө урынды демографик хәлгә бәйле мәғлүмәттәр биләй.

“Һанлы иҡтисад”, “Һаулыҡ һаҡлау”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү”, “Мәҙәниәт”, “Мәғариф”, “Экология” милли проекттарына арналған мәғлүмәттәр һаны 5,9 меңдән алып 10,4 меңгә тиклем.

Үткән айҙа хеҙмәт етештереүсәнлеге буйынса милли проектты өс мең тапҡыр яҡтыртҡандар, экспорт хаҡында 2,8 тапҡыр, фән тураһында – 2,7, магистраль инфраструктураны киңәйтеү һәм модернизациялауға бәйле йыйылма план буйынса хәбәрҙәр 1,3 меңдән ашыу баҫылған.

Шуныһы иғтибарға лайыҡ: Рәсәйҙә апрелдә милли проекттарҙы иң әүҙем яҡтыртҡан өс төбәк билдәләнгән. Мәскәү өлкәһе беренсе булһа, Башҡортостан был исемлектә икенсе урынды биләй. Республикала үткән айҙа милли проекттарға арналған 3,9 мең хәбәр донъя күргән.

Читайте нас: