Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Май 2020, 16:37

Баҡса әҙер тиерлек

Иглин районында 260 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөлөүе дауам итә

Иглин районында 260 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөлөүе дауам итә, ул “Демография” милли проекты сиктәрендә башҡарыла. Ике ҡатлы бинаның майҙаны өс мең квадрат метрҙан ҙурыраҡ буласаҡ, ул Силантьев урамында урынлашҡан.

Төҙөлөш 2019 йылдың сентябрендә башланған, 2020 йыл аҙағына тамамланырға тейеш. Әлеге ваҡытта буласаҡ баҡсаның бинаһы төҙөлгән, тәҙрәләр ҡуйылған, ҡыйыҡ монтажы тамамланыу өҫтөндә. Тышҡы биҙәү эштәренең дә яртыһы башҡарылған. Шул уҡ ваҡытта эшселәр йылытыу, вентиляция, һыу, канализация, яҡтылыҡ селтәрҙәрен монтажлау менән мәшғүл. Тиҙҙән йыһазландырыу, тирә-йүнде төҙөкләндереү эштәре башланасаҡ.

Объекттың дәүләт заказсыһы – Башҡортостандың Капиталь төҙөлөш идаралығы, генераль подрядчигы – “Эсра” йәмғиәте.

Мәғлүм булыуынса, йыл башында Иглин ауылында 640 урынлыҡ яңы мәктәп үҙ ишектәрен асҡайны. Ул 160 урынлыҡ менән берләштереп төҙөлгән.

Читайте нас: