Инйәр
+14 °С
Облачно
Новости
14 Мая 2020, 13:43
“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү”
Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостанда социаль эшҡыуарҙар өсөн онлайн тәртибендә көрсөккә ҡаршы интенсив уҙғарыла. Был сара ил Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты нигеҙендә тормошҡа ашырыла.
12 – 15 майҙа “МСП Банк” акционерҙар йәмғиәте “МСП” корпорацияһы һәм Социаль проекттарға булышлыҡ итеү фонды менән берлектә социаль эшҡыуарлыҡ өлкәһендә эшмәкәрлеген тормошҡа ашырған бәләкәй һәм урта бизнес субъекттары өсөн саралар циклы – “Көрсөккә ҡаршы интенсив” ойоштора.
Үҙ-үҙеңде изоляциялау шарттарында бизнесты нисек һаҡлап ҡалырға? Бының өсөн нимә эшләргә була? “Көрсөк – проблемалар ғына түгел, ә киң мөмкинлектәр ҙә” тигән төшөнсә ысынбарлыҡҡа тап киләме? Көрсөк шарттарында ресурстарҙы нисек ҡулайлаштырырға? Бөгөн көрсөккә ҡаршы ниндәй саралар һөҙөмтәле, ҡайһылары һөҙөмтәһеҙ?
Көрсөккә ҡаршы интенсив социаль эшҡыуарҙарҙы ғәмәлдәге шарттарҙа борсоған көнүҙәк мәсьәләләр буйынса тренингтарҙы, оҫталыҡ дәрестәрен үҙ эсенә ала. Сарала ҡатнашыу пандемияның кире эҙемтәләрен еңеп сығыу өсөн белем туплау, бизнесты ҡулайлаштырыу өсөн дөрөҫ ҡарар һайлау, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап табыу мөмкинлеген бирәсәк. Сара онлайн тәртибендә уҙғарыла. Унда ҡатнашыу бушлай.
Читайте нас
MAX
telegram
вк
ок
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:31
Сафтар тулыланды
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"