Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Май 2020, 11:17

Һигеҙ мең шыршы

“Башҡортостан урмансылары – һуғыш батырҙары иҫтәлегенә” проекты сиктәрендә Советтар Союзы Геройы Василий Николаевич Горшков иҫтәлегенә Дүртөйлө участка урмансылығында ике гектар майҙанда һигеҙ мең төп шыршы үҫентеһен ултыртты.

Был акцияла Дүртөйлө район хакимиәте башлығы Риф Йосопов етәкселегендә хакимиәт вәкилдәре, “Горшков” исемендәге колхоз эшселәре, урман участкалары ҡуртымсылары, урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре һәм ике ветеран ҡатнашты.

Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнап иғлан иткән “Башҡортостан урмансылары – һуғыш батырҙары иҫтәлегенә” төбәк проекты “Экология” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

Шулай уҡ хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың "Рәсәй Федерацияһында Хәтер һәм дан йылын үткәреү тураһында"ғы указына ярашлы, мартта “Хәтер баҡсаһы” халыҡ-ара акцияһы старт алды. Уның маҡсаты – Бѳйѳк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булған 27 миллион ватандашыбыҙ хѳрмәтенә илдә 27 миллион тѳп ағас ултыртыу.

Читайте нас: