Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Май 2020, 12:10

Ҡәҙерле Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, тыл хеҙмәтсәндәре! Хөрмәтле Архангел районы халҡы!

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 75 йыл тулыу айҡанлы ихлас күңелдән сыҡҡан иң йылы ҡотлауҙарыбыҙҙы ҡабул итегеҙ!

9 Май — илебеҙ тарихында һәм һәр Рәсәй ғаиләһе тормошонда онотолмаҫ дата. Ул милли берҙәмлек, сикһеҙ дан һәм илһөйәрлек символын һынландыра, илебеҙҙең батырлыҡ йылъяҙмаһына мәңгегә уйылып ҡуйылған. Бөйөк Ватан һуғышы — беҙҙең дөйөм ҡайғы, ә Бөйөк Еңеү — дөйөм шатлығыбыҙ.
Бер-бер артлы йылдар үтә. Тормош дауам итә. Яуҙа һәм тылда Еңеү өсөн бар көсөн, йәнен фиҙа ҡылғандарҙың рәте кәмегәндән-кәмей. Бөгөн беҙ районыбыҙҙың батыр ул-ҡыҙҙарын оло ихтирам менән иҫкә алабыҙ. Йөрәктәре ҡушыуы буйынса улар Тыуған илебеҙҙе һаҡлаусылар сафына баҫты, Еңеү өсөн ҙур өлөш индерҙе, ҡанлы алыштарҙа сикһеҙ батырлыҡ күрһәтте. Ватаныбыҙҙың бойондороҡһоҙлоғон һәм бөтөнлөгөн, халҡыбыҙҙың йәшәүгә хоҡуғын һаҡлап ҡалған ата-бабаларыбыҙҙың ҡаһарманлығын беҙ бер ҡасан да онотмаясаҡбыҙ.
Ветерандарыбыҙҙы хөрмәт итеү, уларға иғтибар һәм хәстәрлек күрһәтеү — һәр кемебеҙҙең гражданлыҡ бурысы ул. Был изге көн иҫтәлеге хаҡында мираҫты киләсәк быуындарға тапшырыу — айырыуса мөһим. Батырҙарыбыҙ яулап алған иң ҡиммәтле тыныслығыбыҙҙы, иркебеҙҙе, бөйөк илебеҙҙе күҙ ҡараһындай һаҡларға тейешбеҙ.
Һәммәгеҙгә лә ныҡлы сәләмәтлек, бәхетле тормош, именлек һәм изгелек теләйбеҙ. Оло Еңеү байрамы менән, райондаштар!
Рәүф Рәхмәтуллин,
муниципаль район Советы рәйесе.
Илшат Әминев,
муниципаль район хакимиәте башлығы.
Читайте нас: