Инйәр
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Май 2020, 11:36

Әлеге режим ҡасан ғәмәлдән сығыр?

Илдә коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәшкә бәйле Рәсәй Президенты Владимир Путин сираттағы мәртәбә видеокәңәшмә үткәрҙе.

Илдә коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәшкә бәйле Рәсәй Президенты Владимир Путин сираттағы мәртәбә видеокәңәшмә үткәрҙе. Унда Хөкүмәт ағзалары, төбәк башлыҡтары һәм яуаплы тармаҡ етәкселәре ҡатнашты.

Тема – үҙ-үҙеңде изоляциялау режимынан сығыу һәм халыҡ менән иҡтисадҡа күрһәтелгән ярҙам төрҙәре. Ҡасан өйҙән сығып, элекке ғәҙәти тормошҡа ҡайтырға мөмкин булыр һуң?

"Ил Хөкүмәте һәм "Роспотребнадзор" тарафынан үҙ-үҙеңде изоляциялау режимынан сығыуҙың этаптары билдәләнде. Төбәк башлыҡтарына уларға таянып үҙ ҡарарын ҡабул итергә кәрәк. Һәр береһендә хәл төрлөсә: ҡайҙалыр ҡаты сикләүҙе һаҡларға һәм тулыландырырға кәрәк, икенселәрендә, киреһенсә, яйлап ҡына ала башларға ла мөмкин. Бәләкәй генә хата хаҡы – кешеләрҙең һаулығы һәм ғүмерҙәре", – тине Владимир Путин.

Кәңәшмә башында Президент апрелдә Рәсәй халҡына ярҙам итеү йәһәтенән ҡабул ителгән ике саралар пакеты тураһында белдерҙе. Беренсеһе социаль яҡтан яҡланмаған граждандарға, көрсөктән айырыуса ҙур зыян күргән бәләкәй һәм урта предприятиеларға ҡағылһа, икенсеһе - система булдырыусы предприятиеларға, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам саралары, медицина хеҙмәткәрҙәренә өҫтәмә түләүҙәр. Кәңәшмә ваҡытында Президент был ҡарарҙарҙың нисек эшләүе, кешеләргә ниндәй булышлыҡ ҡылыныуы тураһында сығыштарҙы тыңланы. "Һәр кем ниндәй ярҙамға хоҡуғы барлығын белһен, уны ваҡытында алһын", - тине ил етәксеһе.

Икенсе өлөш үҙ-үҙеңде изоляциялау режимынан сығыуға арналды.

"Алға йүгерергә кәрәкмәй. Һаҡһыҙ һәр аҙымдың, ҡабаланыуҙың кире артҡа китеүгә әйләнеүе мөмкин. Яуаплылыҡ үтә ҙур", – тине Владимир Путин.

"Роспотребнадзор" башлығы Анна Попова сикләү сараларын өс этапта бөтөрөргә тәҡдим итә. 12 майҙан һуңғы осорға бәйле ҡарарҙы һәр төбәк етәксеһе үҙендәге хәлгә ҡарап ҡабул итәсәк. Әгәр хәлдәр тағы насарланып китһә, изоляция режимы кире ҡайтарыласаҡ. Ҡарар ҡабул итеү өсөн өс күрһәткесте анализлау мөһим буласаҡ. Улар: COVID-19 инфекцияһы менән сирләү осраҡтарының артыуы, төбәктә ауырығандарҙы дауалау өсөн буш урындар һаны һәм тест эшләү күләме.

Шулай итеп, "Роспотребнадзор" тәҡдим иткән өс этап.

1. Был этапта ҡайһы бер йәмәғәт урындары асыласаҡ, мәҫәлән, асыҡ спорт майҙансыҡтарында физкультура менән шөғөлләнеү рөхсәт ителәсәк. Ҙур булмаған магазиндар һәм социаль хеҙмәттәр учреждениелары эш башлаясаҡ. Балалар менән тышҡа сығып йөрөү рөхсәт ителәсәк.

2. Бөтә ғаилә ағзаларына тышҡа сығып йөрөп килеү рөхсәт ителәсәк. Кешеләр һанын сикләү шарты менән ҙурыраҡ майҙанлы сауҙа объекттары һәм хеҙмәтләндереү учреждениелары асыласаҡ. Белем биреү ойошмалары – мәктәптәр һәм балалар баҡсалары - эшләй башлаясаҡ.

3. Был этапта социаль дистанция һаҡлау шарты менән парктар, скверҙар эшләй башлаясаҡ, кешеләр һанын сикләмәй, һатыу итеү һәм хеҙмәтләндереү тармаҡтары, сауҙа үҙәктәре, барлыҡ белем биреү учреждениелары, ҡунаҡханалар, йәмәғәт туҡланыуы ойошмалары асыласаҡ.

Шуныһына тағы бер тапҡыр иғтибар итәбеҙ: әгәр төбәктә сикләүҙе алғандан һуң инфекция таралыу йәһәтенән хәлдәр насарлана икән, үҙ-үҙеңде изоляциялау режимы кире ҡайтарыласаҡ һәм талаптарҙың тағы ла ҡатыраҡ булыуы ихтимал.

Анна Попова белдереүенсә, әле илдең 68 төбәгендә мотлаҡ битлек кейеү режимы индерелгән. Был, һис шикһеҙ, ыңғай һөҙөмтә бирә.

Читайте нас: