Инйәр
-4 °С
Облачно
Новости
1 Мая 2020, 09:45
Республиканың Һайлау тураһындағы кодексына үҙгәрештәр индерелә
Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостанда юғары әҙерлек йәки ғәҙәттән тыш хәл режимын индергән осраҡта республика биләмәһендә һайлауҙы күсеререү мөмкинлеге барлыҡҡа киләсәк. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары алдағы пленар ултырышта Һайлау тураһындағы кодексҡа ошондай төҙәтмәләр индереү мәсьәләһен ҡараясаҡ.
– Закон проекты – республикалағы, илдәге хәлгә ҡарата күрелгән сара. Пандемия ваҡытында һайлау үткәреп булмай, сөнки был сара һайлаусыларҙың һаулығына һәм ғүмеренә хәүеф тыуҙыра. Был хәлдең күпмегә һуҙылырын белмәйбеҙ, инциденттың яңынан ҡабатланыуы ла ихтимал. Бындай осраҡта һайлауҙы кисектереү мөмкинлеген тыуҙырған тейешле закондар базаһы эшләнергә тейеш, – тип белдерҙе парламент етәксеһе Константин Толкачев.
Закон проектына ярашлы, муниципаль берәмек биләмәһендә юғары әҙерлек йәки ғәҙәттән тыш хәл режимын индергән осраҡта Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы, һайлауҙы ойошторған комиссия тәҡдиме менән, муниципаль һайлауға ҡағылышлы тауыш биреү ваҡытын күсереү тураһында ҡарар ҡабул итә аласаҡ. Әгәр ҙә ошондай режим бөтә республика йәки ике һәм унан да күберәк муниципалитетта индерелһә, был осраҡта республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы тәҡдиме буйынса Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы һайлауҙы кисектереү тураһында ҡарар ҡабул итәсәк.
“Бындай осраҡта тейешле органдар һәм депутаттар юғары әҙерлек йәки ғәҙәттән тыш хәл режимы тамамланғансы һәм яңы состав һайланғансы үҙҙәренең вәкәләттәрен үтәйәсәк”, – тине Константин Борисович.
Читайте нас
MAX
telegram
вк
ок
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:31
Сафтар тулыланды
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"