Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Май 2020, 12:05

Хөрмәтле Архангел районы халҡы, ҡәҙерле дуҫтар!

Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы уңайынан ихлас ҡотлауҙарыбыҙҙы ҡабул итегеҙ!

Был ысын мәғәнәһендә яҙ байрамы, беҙҙе сағыу ҡояшы, йылыһы, тәбиғәт уяныуы менән һөйөндөрә һәм яҡшы кәйеф бүләк итә. Яңы ваҡыт Беренсе майҙы яңы мәғәнә менән тулыландырҙы, әммә ул һаман да хеҙмәт, үҙ ҡулдары менән киләсәкте төҙөгән, ғаиләһе, районы, республикаһы, иле мәнфәғәте өсөн көс түккән кешеләргә ихтирам байрамы булып ҡала.
Беренсе Май байрамында беҙ төрлө һөнәр эйәләренә хөрмәт күрһәтәбеҙ, фиҙаҡәр хеҙмәттәре менән район үҫешенә үҙ өлөшөн индергән ветерандарыбыҙға рәхмәт белдерәбеҙ.
Лайыҡлы хеҙмәт, балаларыбыҙҙы, ейәндәребеҙҙе, яҡындарыбыҙҙы яҡшы тормош менән тәьмин итеү, тыныс һәм килешеп йәшәү — беҙҙең дөйөм ынтылышыбыҙ. Берҙәм көстәр менән тормошобоҙҙо тағы ла йәмлерәк һәм уңайлыраҡ итеребеҙгә ышанабыҙ. Бының өсөн бөтә мөмкинлектәр бар. Иң мөһиме — Архангел районы халҡы мәнфәғәте өсөн эшләүгә берҙәм тырышлыҡ һалыу.
Байрам барыһының да үҙ көстәренә ышанысын нығытһын, яҙ кәйефе бүләк итһен. Яҙ йылыһы менән бергә яңы көс һәм идеялар килһен. Һәр ҡайһығыҙҙың хеҙмәт ҡаҙаныштары районыбыҙҙың, республикабыҙҙыңың артабанғы үҫешенә лайыҡлы өлөш индерһен.
Һәр йортта бәхет, тыныслыҡ һәм именлек хөкөм итһен. Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, башланғыстарығыҙҙа уңыштар, көр күңел теләйбеҙ!
Рәүф Рәхмәтуллин,
муниципаль район Советы рәйесе.
Илшат Әминев,
муниципаль район хакимиәте башлығы.
Читайте нас: