Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Апрель 2020, 17:52

Тауыш биреү һөҙөмтәһендә лә сағылыш табасаҡ

Коронавирус пандемияһы, һис шикһеҙ, Рәсәй Конституцияһына үҙгәрештәр индереү буйынса тауыш биреү һөҙөмтәләрендә лә сағылыш табасаҡ. “Бойондороҡһоҙ йәмәғәт мониторингы” ассоциацияһы ойошторған “түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашыусылар ошо турала фекер алышты.

Коронавирус пандемияһы, һис шикһеҙ, Рәсәй Конституцияһына үҙгәрештәр индереү буйынса тауыш биреү һөҙөмтәләрендә лә сағылыш табасаҡ. “Бойондороҡһоҙ йәмәғәт мониторингы” ассоциацияһы ойошторған “түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашыусылар ошо турала фекер алышты.

Политологтар, йәмәғәтселәр, ғалимдар онлайн тәртибендә эпидемия шарттарында граждандар йәмғиәтендәге хәлдәрҙе тикшерҙе. Сирҙең халыҡтың социаль кәйефенә, кешеләрҙең сәйәси өҫтөнлөктәренә ныҡлы йоғонто яһауы билдәләнде. Дәүләт башлыҡтары, парламенттар һайланырға, төрлө референдумдар һәм тауыш биреүҙәр үткәрелергә тейешле илдәрҙәге йәмәғәтселек кәйефендә әле үк етди үҙгәрештәр теркәлә. Халыҡ сәйәси көстәргә һәм ғәмәлдәге власҡа коронавирус пандемияһына ҡаршы нисек көрәшеүенә ҡарап баһа бирә. Граждандар йәмғиәтен үҫтереү фонды хеҙмәткәре, политолог Евгений Семенов Көньяҡ Кореялағы хәлде миҫалға килтерҙе.

“Көньяҡ Кореяла күптән түгел, апрелдә генә, һайлау булды. Әммә тап пандемия факторы һайлау алды көн тәртибендәге төп теманы тәшкил итте. Хөкүмәт ғәмәлдәренең һөҙөмтәлелеге идара итеүсе партияның абруйына ыңғай йоғонто яһаны. Халыҡ һайлауға күпләп килде һәм нигеҙҙә Хөкүмәтте хупланы. Ошо тәжрибәне иҫәпкә алһаҡ, тимәк, социаль-иҡтисади, шулай уҡ башҡа өлкәләрҙә хәлде яйға һалыу йәһәтенән күрелгән саралар тауыш биреү һөҙөмтәләренә лә йоғонто яһаясаҡ. Милли хөкүмәттәр тарафынан күрелгән көрсөккә ҡаршы саралар комплексының һөҙөмтәлелеге уларҙың легитимлығының тотороҡлолоғон тәьмин итеүсе мөһим факторға әүереләсәк”, – тине ул.

Читайте нас: