Инйәр
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Апрель 2020, 18:16

Архангелдәр башҡорт теле буйынса халыҡ-ара диктантта ҡатнашты

Ойоштороусылар программаны өс блокка бүлде

Эпидемиологик хәлгә бәйле акция үҙенең тарихында тәүге тапҡыр онлайн тәртиптә үтте. Тура тапшырыу “БЮТ” телеканалы эфирында, шулай уҡ социаль селтәрҙәрҙә барҙы. Алтынсы тапҡыр уҙғарылған диктанты Башҡортостанда ғына түгел, башҡа төбәктәрҙә лә яҙҙылар. Әйткәндәй, Ҡаҙағстандан, Төркиәнән, Германиянан, Франциянан, Бөйөк Британиянан, АҠШ-тан һәм Канаданан белем һынап ҡарарға теләгәндәр булды.

Ойоштороусылар программаны өс блокка бүлде: телде өйрәнә башлағандар өсөн – ябай, башҡортса яҡшы белгәндәр өсөн – ҡатмарлы һәм башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшкәндәр өсөн – айырым текст. Диктант тексын мультиинструменталист һәм шоумен Заһир Зәйнетдинов, “Хәбәрҙәр” программаһын алып барыусы Флүрә Мурзина һәм яҙыусы-сатирик, Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы Марсель Сәлимов уҡыны.

Читайте нас: