Инйәр
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Апрель 2020, 10:58

Зарядка яһайыҡ

Өйҙә ултырған ваҡытты файҙалы үткәрәйек, спорт менән дуҫлашайыҡ.

Өйҙә ултырған ваҡытты файҙалы үткәрәйек, спорт менән дуҫлашайыҡ. Бөгөн сәғәт 9-ҙа Рәсәйҙең спорт мастеры, бокс буйынса илдең команда чемпионаты еңеүсеһе Магомед Хабриев беҙҙе сәләмләйәсәк. Ул барыбыҙҙың да онлайн зарядкаға ҡушылыуын көтә: https://www.instagram.com/magomed_khabriev/

23 апрелдә, кесе йомала, шулай уҡ сәғәт 9-ҙа Рәсәйҙең биатлон буйынса спорт мастеры, ил чемпионаты призеры Алексей Петров беҙҙең менән бергә зарядка эшләйәсәк: https://www.instagram.com/alekseipetrov21/

24 апрелдә иртәнге зарядканы бадминтон буйынса халыҡ-ара спорт мастеры, Рәсәй кубогы эйәһе, Рәсәй һәм 19 йәшкә тиклемгеләр араһында Европа беренселеге чемпионы, әллә күпме тапҡыр халыҡ-ара ярыштар еңеүсеһе Родион Әлимов үткәрә: https://www.instagram.com/rodionalimov/


25 апрелдә иртәнге сәғәт 10-да барыбыҙҙы ла бадминтон буйынса халыҡ-ара спорт мастеры, Европа чемпионаты еңеүсеһе, халыҡ-ара ярыштарҙа бихисап еңеүҙәр яулаған Алина Дәүләтова иртәнге күнекмәләрҙе үҙе менән бергә эшләргә саҡырасаҡ. Ҡушылырға теләйһегеҙ икән, рәхим итегеҙ: https://www.instagram.com/davletovaalinaa/

Йәкшәмбелә, 26 апрелдә, сәғәт 10-да боҙҙағы мотоуҙыш буйынса буйынса Европа чемпионатында һәм Рәсәй кубогына ярыштарҙа призлы урындар яулаған Иван Чичков һәммәбеҙҙе сәләмләйәсәк: https://www.instagram.com/chichkov102/

Был сараларҙың барыһы ла ил Президенты Владимир Путиндың май указдары менән раҫланған “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” проектының тормошҡа ашырылыуы айҡанлы үткәрелә.

Читайте нас: