Апрель башында, үҙ-үҙеңде изоляциялау режимы индерелеү сәбәпле быйыл яҙғы һунар тыйыласаҡ, тиҙәр ине. Хәҙер уны йәнә рөхсәт итәсәктәр.
25 апрелдән 4 майға тиклем Башҡортостанда ҡоштарға һунар рөхсәт ителә. Был турала республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы хәбәр итә. Тик һунарға барыу өсөн эпидемиология талаптарын үтәргә кәрәк.
Башҡортостан Башлығының 17 апрелдә ҡул ҡуйған указына ярашлы, кешеләргә аҙнаһына ике тапҡыр машинала йөрөргә ярай. Уларҙың береһе (барып ҡайтыу) баҡсаға һәм шулай уҡ һунарға барыу булыуы ихтимал. Шул уҡ ваҡытта бер яҡҡа барып етеү ваҡыты 90 минуттан ашмаҫҡа тейеш. Автотранспорт менән һунарға барған саҡта һунарсы техникаһын “Дорога 02” порталында теркәргә бурыслы.
Ҡош атыу өсөн рөхсәт алырға теләгән һунарсылар ғаризаны Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша бирә ала. Шунда уҡ дәүләт пошлинаһын түләргә була. Портал аша түләгәндә 30 процент ташлама ла биреләсәк. Бындай ғаризалар тәү сиратта ҡараласаҡ. Һәм ғариза биреүсе һунар билетын күрһәтеп, алдан 8-347-218-04-36 һәм 8-347-218-04-43 телефондарына шылтыратып, уны сиратһыҙ аласаҡ.
Рөхсәт ҡағыҙын алырға килгән саҡта ла барлыҡ һаҡлыҡ саралары күрелергә тейеш. Бинала 1,5 – 2 метрлыҡ социаль арауыҡ тоторға, битлек һәм бирсәткә кейергә, кабинетҡа берәмләп инергә, ҡул ҡуйыр өсөн үҙ ручкаңды алып барырға кәрәк. Сирле һунарсылар бинаға индерелмәйәсәк.