Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Апрель 2020, 11:55

“Зөләйха күҙҙәрен аса”

13 апрелдә “Рәсәй 1” телеканалы...

13 апрелдә “Рәсәй 1” телеканалы билдәле яҙыусы Гүзәл Яхинаның романы буйынса төшөрөлгән “Зөләйха күҙҙәрен аса” телесериалын күрһәтә башланы.

Ябай татар ҡатынының яҙмышына арналған әҫәр баҫма вариантта бик күптәрҙең күңеленә хуш килгәйне, ә бына телесериал булараҡ социаль селтәрҙәрҙә һәм сайттарҙа байтаҡ бәхәстәр тыуҙырып өлгөрҙө.

Төп героиня Зөләйханы башҡарған актриса Сулпан Хаматова үҙ адресына бихисап кәмһетеүҙәр ҡабул итеүе хаҡында белдерҙе.

“Мин әлеге ваҡытта был сериал өсөн шундай күп әр һәм кәмһетеү һүҙҙәре алам, мине тыуған еремде яратмауҙа, тыуған төйәгем хаҡында хәтерҙе таплауҙа ғәйепләйҙәр. Бында һүҙ Татарстан хаҡында ғына түгел, Рәсәй тарихы тураһында ла бара”, – тип һөйләгән Хаматова “Дождь” телеканалына биргән интервьюһында.

Социаль селтәрҙәге насар фекерҙәрҙе башлыса СССР дәүләте яҡлылар ҡалдыра.

Ә бына романдың авторы Гүзәл Яхинаға сериал оҡшаған. Был хаҡта ул, тәүге дүрт серияны ҡарағандан һуң, “Фейсбук”тағы сәхифәһендә хәбәр иткән. “Дөрөҫөн әйткәндә, мин ғәжәпләндем. Фильм бик яҡшы”, – тип билдәләй яҙыусы.

Читайте нас: