Туймазы, Дәүләкән һәм Бәләбәй райондарында сүп-сарҙы сортировкалау буйынса комплекстар төҙөү эше дауам итә.
Туймазы районындағы ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар полигонында йылына 100 мең тонна ҡалдыҡты эшкәртеү ҡеүәтенә эйә сүп-сарҙы сортировкалау буйынса комплекс төҙөлә. Ул 2020 йылдың аҙағында файҙаланыуға тапшырылыр тип планлаштырыла. Бәләбәй районында ла ошондай уҡ 100 мең тонна сүп-сарҙы айырыу ҡеүәтенә эйә комплекс сафҡа инәсәк биләмә – ер участкаһы – рәсмиләштерелә. Дәүләкән районында иһә йылына 40 мең тонна сүп-сарҙы айырыу ҡеүәтенә эйә ошондай уҡ комплекс барлыҡҡа киләсәк.
Был комплекстарҙың сафҡа индерелеүе һөҙөмтәһендә күптәр яңы хеҙмәт урындары менән тәьмин ителәсәк. Өҫтәүенә, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү өлкәһендәге инфраструктура үҫешенең күмеүгә йүнәлтелгән сүп-сар күләмен кәметеүгә, экологияны яҡшыртыуға этәргес буласағы хаҡында белдергән Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Нияз Фазылов. “Был шулай уҡ республика биләмәһендә “Экология” милли проектының “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эшләүҙең комплекслы системаһын формалаштырыу” төбәк проектының күрһәткестәренә өлгәшергә ярҙам итәсәк”, – тигән ул “Молодежная газета” сайтына.