Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Апрель 2020, 11:44

Хәрәкәт сикләнә

“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы...

Өфөлә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы, 14 апрелдән Степан Халтурин урамын (Рихард Зорге урамынан Октябрь проспектына тиклемге өлөштө) төҙөкләндерә башланды.

Муниципаль килешеүгә ярашлы, эш быйыл 31 июлдә тамамланырға тейеш. Әммә юл хеҙмәте уны ваҡытынан алда тамамлау өсөн ҙур тырышлыҡ һалырға ниәтләй.

Ремонт барышында 6700 квадрат метрҙағы иҫке асфальт япманы киҫеп алыу, техник һыҙаттарҙы билдәләү, бордюр таштары һалыу, асфальт түшәү, шулай уҡ тротуарҙы яңыртыу күҙаллана. Эш тамамланғас, термопластиктан юл тамғалары һалыу планлаштырыла.

Төҙөкләндереү осоронда юлда хәрәкәт сикләнә. Өфөләрҙән ваҡытлыса уңайһыҙлыҡты аңлап ҡабул итеүҙе, юлға сыҡҡанда маршрутты алдан күҙаллауҙы үтенәләр.

Читайте нас: