Инйәр
-21 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Апрель 2020, 12:06

Алданған өлөшсөләр проблемаһы һаман да ҡырҡыу булыуын дауам итә

Уны хәл итеүгә республикала даими иғтибар бүленә, проблема Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән “Төҙөлөш сәғәте”ндә лә йыш ҡарала.

Торлаҡ төҙөлөшө тураһында һүҙ алып барғанда, был мәсьәләне бер нисек тә урап үтеп булмай. Уны хәл итеүгә республикала даими иғтибар бүленә, проблема Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән “Төҙөлөш сәғәте”ндә лә йыш ҡарала.

Төҙөлөш ойошмалары менән өлөшсө­ләрҙең осрашыуҙары ла даими ойошторола, уларҙа аҡсаһын буласаҡ йорт өсөн биргән кешеләр объекттың әҙерлек кимәле тура­һында тулы мәғлүмәт ала. “Төҙөлөш сәғәте” ҡарарҙарынан һуң яңы төҙөлөш ойошмалары менән килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды, Өфөләге “Миловка паркы”, “Көмөш шишмә”, “Яңы Булгаков” биҫтәләрендә, “Интеграл” акционерҙар йәмғиәтенең Өфөләге һәм Нефтекамалағы, “Базис” йәмғиәтенең Ҡырмыҫҡалылағы проблемалы объекттарында эш йәнләнә төштө.

– Алданған өлөшсөләр проблемаһын хәл итеү тотош илгә генә түгел, ә байтаҡ дәрәжәлә төбәктәргә лә йөкмәтелә, – тигәйне Рәсәй Президенты Владимир Путин “тура бәйләнеш”тәрҙең береһендә. – Тимәк, беренсенән, барлыҡ өлөшсөләрҙе лә эҙләп табырға, уларҙың ҡайҙа өлөшсө икәнлеген, кемдең нисек зыян күргәнен асыҡларға кәрәк. Тимәк, был эште кешеләрҙе торлаҡ менән тәьмин иткән һымаҡ уҡ алып барыу талап ителә. Беҙ был эшкә тейешле ресурстарҙы йүнәлтәсәкбеҙ.
Читайте нас: