Инйәр
+14 °С
Облачно
Новости
19 Апреля 2020, 13:21
Умырзая көнө
Добавить в предпочтительные источники Google
Тап бөгөн донъяның күп илдәрендә Умырзая көнө билдәләнә. Ер йөҙөндә яҙҙың тәүге сәскәһенең 20-гә яҡын төрө иҫәпләнә һәм барыһы ла “Ҡыҙыл китап”ҡа индерелгән.
Беҙҙең төбәктә күк, аҡ, зәңгәр умырзаялар күберәк осрай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йылына бер тапҡыр ҡына баш ҡалҡытҡан был матурлыҡты өҙөүҙән, гөлләмә итеп йыйыуҙан тартынмағандар ҙа осрай. Ошоно күҙ уңында тотоп, сәскәне һаҡлау маҡсатында йыл һайын акциялар уҙғарыла, Умырзая көнө билдәләнә.
Әйткәндәй, уның тарихы 1984 йылға, Бөйөк Британияға барып тоташа. Был илдә яҙғы сәскәгә бәйле ышаныу ҙа йәшәп килә. Әгәр ҙә уны йорт тирәһенә ултыртһаң, уҫал заттарҙан һаҡлай, имеш. Ә башҡорттарҙа, был яҙғы сәскәне өҙһәң, ғүмерең ҡыҫҡа була, тигән ҡурҡытыу бар. Күрәһең, ололар уны кешеләрҙән умырзаяны өҙҙөрмәҫ өсөн уйлап сығарғандыр. Яҙ сәскәһенең ғүмере былай ҙа ҡыҫҡа, матурлыҡты күреп, һоҡланып ҡалайыҡ!
Читайте нас
MAX
telegram
вк
ок
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:31
Сафтар тулыланды
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"