Инйәр
+15 °С
Облачно
Новости
19 Апреля 2020, 13:33
Уҡыуҙар дистанцияла ойошторолдо
6 апрелдә Башҡортостан уҡыусылары оҙаҡҡа һуҙылып киткән яҙғы каникулдан һуң яңынан аң-белем серҙәрен төшөнөргә тотондо. Донъяла һәм илдә коронавирусҡа бәйле киҫкен хәл килеп сығыу сәбәпле, уҡыуҙар дистанцияла ойошторолдо.
Әлбиттә, һәр яңы башланғыс шыма ғына булмай. Дистанцияла уҡытыуҙың тәүге осоронда уҡыусылар ҙа, уҡытыусылар ҙа, ата-әсәләр ҙә бихисап мәшәҡәттәр – яңы платформаларға, интернет тиҙлегенә, техник ҡорамалдарға бәйле проблемалар менән осрашты. Мәҫәлән, 8 апрелдә Башҡортостанда онлайн-дәрестәр менән тәьмин ителгән балалар һаны 281 190 тәшкил итте. Был – бөтә мәктәп уҡыусыларының 52,2 проценты.
Әлбиттә, балаларҙы уҡыу программаһы менән тәьмин итеү, онлайн-дәрестәргә инеү мөмкинлеген арттырыу йәһәтенән эш даими алып барылды. Мәҫәлән, 6 апрелдә ҡағыҙ кейстар ҡулланған уҡыусылар һаны 12713 булһа, 17 апрелгә ундайҙар 6124-кәсә кәмегән. Муниципаль органдар балаларҙы компьютерҙар менән тәьмин итеү эшен дауам итә. Был аҙнала әлеге башланғысҡа Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары ҡушылды.
17 апрелдә онлайн-дәрестәрҙә уҡыусыларҙың 79,5 проценты ҡатнаша алды. Был 379 924 бала тигән һүҙ.
13 апрелдә 101 дәрес мәлендә интернет селтәрендә өҙөклөктәр күҙәтелһә, 17 апрелдә бындай етешһеҙлек 14 кенә дәрестә теркәлгән. Һәр өҙөклөк белгестәр тарафынан иҫәпкә алына һәм улар буйынса тейешле сара күрелә.
Башҡортостан юлдаш телевидениеһында беренсе класс уҡыусылары өсөн республиканың иң көслө уҡытыусылары тарафынан үткәрелгән теледәрестәр ҙә күптәр тарафынан ыңғай баһаланды. Бынан тыш, электрон кейстар ҙа уңышлы ҡулланыла: дәрестәр төрлө мессенджерҙар, социаль селтәрҙәр һәм почта сервисы ярҙамында үткәрелә.
Беренсе аҙна менән сағыштырғанда, ата-әсәләрҙең дистанцияла уҡыуға ҡарата фекере лә яҡшы яҡҡа үҙгәрҙе. Был эште һәйбәт ойошторған мәктәптәр, айырым уҡытыусыларҙың эшмәкәрлеге тураһында ыңғай баһалар бермә-бер артты.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:31
Сафтар тулыланды
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"