Инйәр
+11 °С
Облачно
Новости
19 Апреля 2020, 14:00

Шахмат - онлайн

Эпидемиологик хәлде иҫәпкә алып, республиканың Шахмат федерацияһы үҙ эшен тиҙ генә онлайн тәртибенә күсереүгә өлгәште.


Өҫтәүенә Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт ми­нистрлығы ниндәйҙер квали­фи­ка­цияға эйә булған йәш спорт­сыларҙы арауыҡта уҡы­тыу ғына түгел, был уйын ме­нән шулай уҡ үҫмерҙәрҙе таныштырыу маҡсатын да ҡуй­ғайны. Бына ошо мәсьәләләрҙе тормошҡа ашырыу өсөн рес­пуб­ликаның Шахмат федера­цияһы, “Толпар” спорт клубы һәм Өфөләге 23-сө спорт мәк­тәбе, үҙ-үҙеңде изоляциялау режимы тураһында иғлан ител­гәс, бер тәүлектә тиерлек Баш­ҡортостандың бар­лыҡ уҡыусы­лары өсөн онлайн дәрестәр ойоштора алды. Шу­ныһы үҙенсәлекле: лекция­лар­ҙың бер өлөшө шахматта тәүге аҙымын яһаусыларға тәғәйен­ләнгән. Улар Һанлы мәғариф министр­лығының (мәғариф порталы­ның) https://edu.bashkortostan.ru/schedule-remote-sessions/ адресы буйынса һа­лына. Әле унда 20 лекция бар. Был курс Йәштәр сәйәсәте һәм спорт, Мәғариф һәм фән ми­нистрлыҡтары тарафынан юға­ры баһа алған. Бынан тыш, шахмат буйынса квали­фи­ка­цияһы булғандарға күнек­мәләр ҙә ойошторола. Дәрестәр иһә “Толпар” интеллектуаль уйындар клубында һәм баш ҡала­лағы 23-сө мәктәптә ойошторола. Интернет-майҙансыҡта (адресы: https://vk.com/ rb chess) төрлө турнирҙар тура­һында мәғлү­мәттәр бар. Ә ярыш­тар иһә “Башҡортостан Республи­ка­һының Шахмат федерация­һы” махсус платфор­маһының https://lichess.org/team/BbhMMHTM махсуслашҡан халыҡ-ара шахмат сайтында үткәрелә.


Көн һайын яҡынса ике турнир уҙғарыла. 23 марттан 8 апрелгә тиклем 36 ярыш ойош­торолған. Уларҙың һәр бере­һендә уртаса 40 – 45 бала ҡатнаша. Шулай итеп, респуб­ликаның төрлө ҡалаларынан һәм райондарынан 600-ҙән ашыу ҡыҙ һәм малай ваҡытын шахматта уйнап уҙғарырға тырыша. Белгестәр әйтеүенсә, балалар яҡынса өс сәғәт онлайн шахмат уйнай. Ошондай уҡ ярыштар өлкәндәр өсөн дә ҡаралған. 19 турнир уҙғарыл­ған да инде.


Ошо арала Башҡортостан менән Удмурт республика­ла­рының йәш командалары ара­һында онлайн-матчтар үткәре­ләсәк. Командабыҙ составында – республикабыҙҙың иң һәләт­ле һәм иң яҡшы шахматсылары. Артабан илебеҙҙең башҡа төбәктәре спортсылары менән дә ошондай уҡ бәйгеләр уҙғарыу ҡаралған.
Читайте нас