Инйәр
+1 °С
Ясно
Новости
19 Апреля 2020, 13:17

Карантин шарттарында дауахананы ҡалдырыу

Добавить в предпочтительные источники Google
Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында карантин шарттарында эш урынын ташлап китеү ваҡиғаһына баһа бирҙе.
"Ете хеҙмәттәшебеҙ 9 апрелдә изоляция режимы индерелгәндән һуң дауахананы ташлап китте. Инфекция таралмаһын өсөн уларға ҡарата тейешле саралар үткәрелә. Карантин шарттарында дауахананы ҡалдырыу - табип этикаһын боҙоу тигән һүҙ", - тип белдерҙе министр.
Брифингта ҡатнашыусылар халыҡтан килгән ҡайһы бер һорауҙарға ла яуап бирҙе. Күптәрҙе инфекционистарҙың етешмәүе мәсьәләһе борсой. Аңлашыла ла, быға тиклем дә республикаға медицина хеҙмәткәрҙәрен йәлеп итеү буйынса көсөргәнешле эш барҙы. Өҫтәүенә инфекционист һөнәренең өҫтөнлөклөләр рәтендә булмауын да әйтергә кәрәк. Министр бындай белгестәрҙең етешмәүен таный. Мәсьәләне яйға һалыу маҡсатында табиптар өҫтәмә уҡытыла, стажерҙар әҙерләнә, ҡыҫҡа сроклы курстар ойошторола. “Белгестәргә ҡытлыҡ бар, әммә улай уҡ киҫкен түгел”, - тип белдерҙе етәкселәр.

Читайте нас