Инйәр
+10 °С
Ясно
Новости
19 Апреля 2020, 13:20
Өфө - Белорет юлында
Бәләбәй ҡалаһының Войков урамында 24 йәшлек водитель "Лада Калина" автомобилендә 42 йәшлек ҡатынды төкөтә. Тәүтикшереүҙәр йәйәүленең юл аша рөхсәт ителмәгән урында сыҡҡанын асыҡлаған. Ҡатын төрлө кимәлдәге йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған.
Бөгөн иртән Өфө - Белорет юлының 204-се километрында ла юл ваҡиғаһы теркәлгән. Йөк фургоны водителе, техник сара менән идараны юғалтып, ситтә торған "Volvo FM Truck" автомобиленә бәрелә. Тәүгеһендәге ике кеше лә йәрәхәтләнә, уларҙы сығарыу өсөн ҡотҡарыусыларҙың ярҙамы талап ителә. Зыян күргәндәр дауаханаға оҙатыла.
Ике осраҡтың да сәбәптәрен асыҡлау буйынса тикшереү башланған.
Башҡортостан буйынса ЮХХДИ тарафынан уҙған тәүлектә шулай уҡ 1600 юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоу осрағы асыҡланған, иҫерек килеш рулгә ултырған 46 водитель тотолған. Иғтибарлы, һаҡ, яуаплы булайыҡ!
Читайте нас
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:31
Сафтар тулыланды
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"