Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Апрель 2020, 16:03

Өс йәшкә тиклемге балаларға — 5-әр мең һум

Рәсәй Президенты Указына ярашлы, апрель-июнь айҙарында әсәлек капиталына хоҡуғы булған ғаиләләрҙә өс йәшкә тиклемге һәр балаға ай һайын бишәр мең һум аҡса түләнә.

Түләүҙәр быйылғы йылдың 1 июленә тиклем әсәлек капиталына хоҡуғы булған, шул иҫәптән сертификат буйынса аҡсалары тотоноп бөтөлгән осраҡта ла, һәр ғаиләгә бирелә.
Илдәге эпидемиологик хәл менән бәйле, ғаиләләргә финанс ярҙам федераль бюджеттан бүленә, ул әсәлек капиталы күләменә ҡағылмай, башҡа төрлө социаль ярҙам сараларын алғанда ла ғаилә килеменә иҫәпләнмәй.
Рәсәй Пенсия фонды идаралдығы рәйесе Максим Топилин белдереүенсә, территориаль фонд органдары, мөмкинлек булғанда, ғаиләләргә түләүҙәргә хоҡуҡтары булыуы тураһында шәхсән иҫкәртә. “Өс йәшкә тиклемге балаларға бирелгән аҡсаларҙы 2,3 миллионға яҡын ғаилә ала. Граждандарға бындай хоҡуҡтары булыуы тураһында белдереү өсөн барлыҡ саралар күрелә”, — тине Рәсәй Пенсия фонды рәйесе.
Ғаиләләргә бындай социаль ярҙамды алыуға мөрәжәғәт итеү өсөн алты ай ваҡыты бар. Пенсия фонды 2020 йылдың 1 октябренә тиклем ғаризалар ҡабул итә. Ғаиләнең бындай түләүгә хоҡуғы булған осраҡта, апрелдән июнгәсә аҡсалар тулыһынса биреләсәк.
Түләүҙәр алыу өсөн es.pfrf.ru йәки gosuslugi.ru порталдарында шәхси кабинетта ғариза тапшырыу ҙа етә. Сертификат хужаһына башҡаса өҫтәмә документтар ебәреү кәрәкмәй. Был талап ителгән осраҡта Пенсия фонды барлыҡ мәғлүмәттәрҙе үҙ аллы һорап аласаҡ. Ғаризалар Пенсия фондының территориаль идаралыҡтарында һәм клиент хеҙмәттәрендә ҡабул ителә.
Коронавирус инфекцияһын таратыуҙы иҫкәртеү сараларына бәйле, Рәсәй Пенсия фондына бөгөнгө көндә алдан яҙылып ҡына мөрәжәғәт итергә була. Клиенттар хеҙмәтенә барыуға көндө һәм ваҡытта билдәләү өсөн электрон сервис аша мөрәжәғәт итергә, шулай уҡ сайтта “Төбәк бәйләнеше” бүлегендә күрһәтелгән Рәсәй Пенсия фонды идаралығы телефон номерҙары аша шылтыратырға мөмкин.
Ғаиләләргә түләүҙәр алыу өсөн миҫалдар:
  1. Ике балалы ғаилә: беренсеһенә ике йәш тулған, икенсе бала 2020 йылдың ғинуарында тыуған. Түләүгә ғариза апрелдә бирелгән. Был ғаилә апрелдән июнгәсә ай һайын ике балаға 5-әр мең һум аласаҡ. Дөйөм алғанда, өс айҙа 30 мең һум.
  2. Ике балалы ғаилә: беренсеһенә ике йәш тулған, икенсе сабый 2020 йылдың ғаинуарында донъяға килгән. Түләмгә ғаризаны 2020 йылдың сентябрендә бирәләр. Был ғаилә сентябрь айында 30 мең һум аласаҡ.
  3. Өс балалы ғаилә: бәләкәстәр 2020 йылдың ғинуарында тыуған, олоһона май айында өс йәш тула. Түләүгә ғариза апрель айында бирелгән. Ғаилә апрель һәм майҙа 15-әр мең һум аласаҡ (өс балаға 5-әр мең һум), июндә — өс йәше тулмаған ике балаға 10 мең һум. Өс айҙа барлығы 40 мең һум.
  4. Бер балалы ғаилә: балаға 2020 йылдың майында тыуған. Ғариза август айында бирелгән. Ғаилә августа 10 мең һум ала: май айынан башлап ай һайын 5-әр мең һум.
  5. Александр Комзалов,
    район пенсия фонды идаралығы начальнигы.
    Читайте нас: