Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Апрель 2020, 00:14

Кәмендә апрель-майҙа өйҙә ултырасаҡбыҙ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙ-үҙеңде изоляциялау режимын кәмендә майға тиклем оҙайтты.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙ-үҙеңде изоляциялау режимын кәмендә майға тиклем оҙайтты. Был турала ул бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә белдерҙе.

"Беҙ бөгөн яңы ҡарарҙар ҡабул иттек. Был саралар популяр түгел, тик бик кәрәк. Муниципалитет башлыҡтары, һеҙ оҙаҡҡа иҫәп тотоғоҙ, халыҡты ла әҙерләгеҙ. Апрель-май айҙарында, һис шикһеҙ, ошондай режимда эшләйәсәкбеҙ. Шулай булыуын Хоҙай бирһен, артабан йәй көндәре лә ултырырға яҙмаһын", - тине республика етәксеһе.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Башҡортостан Башлығының үҙ-үҙеңде тулы изоляциялау режимы тураһындағы указы 31 марттан ғәмәлгә ингәйне. Уға ярашлы, ҡала һәм ауылдарҙың тормошон тәьмин иткән хеҙмәттәрҙән башҡалар өйҙә ултырырға тейеш. Йорттан тик рөхсәт ителгән осраҡтарҙа ғына сығырға ярай. Улар: ашығыс медицина ярҙамына мохтажлыҡ, магазинға, дарыуханаға барыу, йорт хайуандары менән йөрөү, сүп-сар ташлау һәм эшкә йөрөү.

Читайте нас: