Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Апрель 2020, 00:02

"Халыҡ ҡуйылған тәртипте сәбәпһеҙ боҙа башланы"

Кешеләр коронавирусҡа бәйле хәлгә вайымһыҙ.

Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә республика Башлығы Радий Хәбиров кешеләрҙең үҙ-үҙеңде изоляциялау тәртибен бер сәбәпһеҙ боҙоуы, һуңғы тәүлектә штрафтар һанының кинәт артыуы тураһында белдерҙе.

“Полиция менән кәңәшләштек... Кешеләр коронавирусҡа бәйле хәлгә вайымһыҙ. Яндекс күрһәткестәренән, оператив төркөмдәр эшенән сығып фекер йөрөткәндә лә, уларҙың ҡурсаланыу тәртибен сәбәпһеҙ боҙа башлауы күҙәтелә, – тине республика етәксеһе. – Штраф һаласаҡбыҙ. Был йүнәлештә суд практикаһы бара. Беҙҙә 1500-ҙән ашыу штраф һалыу осрағы булды ла инде”.

Радий Хәбиров киләсәктә эшкә урынлашҡанда бындай штрафтың кире йоғонто яһау ихтималлығын да билдәләне.

Әлегә тиклем үҙ-үҙеңде изоляциялау индексының түбәнәйеүе тураһында Башҡортостандың Ведомство-ара йәмәғәт именлеге советында ла хәбәр иткәйнеләр. “Ошоға бәйле хоҡуҡ һаҡлау органдарына тәртип боҙғандарға административ штраф һалыу эшен көсәйтергә ҡушылды”, – тип белдерҙеләр ведомствонан.

Мәғлүм булыуынса, тәртипте боҙған граждандарға – бер меңдән 30 мең һумға тиклем, вазифалы кешеләргә – 10-50 мең, юридик берәмек булдырмайынса эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге менән шөғөлләнгәндәргә – 30-50 мең, ойошмаларға 100-300 мең һум күләмендә штраф һалына. Ҡайтанан тәртип боҙғандарҙың енәйәт яуаплылығына тарттырылыуы ихтимал.

Читайте нас: