Инйәр
+17 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Апрель 2020, 15:50

фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамбль «Ете ҡыҙ» клибының интернет-премьерын күрһәтә

17 апрелдә киске сәғәт 6-ла Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбленең YouTube-каналында «Ете ҡыҙ» бейеүе клибының интернет-премьераһы була.

«Ете ҡыҙ» бейеүе клибының интернет-премьераһы була. Клиптың авторы – Башҡортостанда билдәле режиссер һәм оператор Рияз Исхаҡов.
«2017 йылда беҙ Баймаҡ районының Күлтабан күленә барҙыҡ һәм Фәйзи Ғәскәровтың 105 йыллығына ошо клипты төшөрҙөк. Ул саҡта премьера залда тамашасылар өсөн концерт ваҡытында күрһәтелде, ә бөгөн премьера – интернетта, — тине ансамблдең матбуғат секретары Элиза Сынбулатова. — Шул ваҡытта «Ете ҡыҙ» легендаһының ысын булған хәлгә оҡшағанлығына инандыҡ һәм халыҡ риүйәтенең тағы бер нисә вариантын ишеттек».
Шулай уҡ республика халыҡтарының Милли кейеме көнө уңайынан ансамбль байрамға арналған өс концерт күрһәтә. Онлайн форматтағы концерттарҙы коллективтың YouTube-каналында ҡарарға мөмкин.
Көн дауамында Ғәскәров исемендәге ансамбль артистары Инстаграмда тамашасыларҙы Рәсәй халыҡтары бейеүҙәренең сәхнә костюмдары менән таныштыра.
Читайте нас: