Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Апрель 2020, 00:10

Эшҡыуарҙан – 30 кер йыуыу машинаһы

Был акцияны Өфө ҡалаһы хакимиәте һәм Ҡаланы үҫтереү йәмәғәт фонды ойоштора.

“Изгелек ваҡыты” мәрхәмәтлек проектына ярашлы, эшҡыуар Филүс Ишбулатов Өфөнөң 5-се, 8-се, 10-сы клиник дауаханаларына, Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһына һәм Дим районындағы клиник дауаханаға барлығы утыҙ кер йыуыу машинаһы бүләк иткән.

Был акцияны Өфө ҡалаһы хакимиәте һәм Ҡаланы үҫтереү йәмәғәт фонды ойоштора. Сара коронавирус ваҡытында баш ҡаланың күп балалы ғаиләләренә, аҙ тәьмин ителгән граждандарға, медицина учреждениеларына, шулай уҡ ауыр тормош хәлендә ҡалғандарға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән. Фонд тарафынан Өфөнөң 36 медицина учреждениеһы хеҙмәткәрҙәренә ике мең һаҡланыу кейеме һәм респираторҙар тапшырылған.

Үткән аҙнала акция барышында биш һәм унан күберәк балалары булған, социаль йәһәттән аҙ тәьмин ителгән 222 ғаилә бушлай аҙыҡ-түлек тупланмаһы алған. Ошо маҡсатта тағы ла 225 тупланма әҙерләнгән. Йыйылған бер пакет 1155 һум тәшкил итә. Унда ике ҡап он, дүрт банка быҡтырылған ит, ҡарабойҙай, дөгө, шәкәр, дүрт ҡап печенье, бер һауыт көнбағыш майы, ҡуйылтылған һөт һалынған.

"Медицина хеҙмәткәрҙәре кер йыуыу машиналары алыуға аҡса бүлгән һәм башҡа төр ярҙам күрһәткән барлыҡ бағыусыларға ҙур рәхмәт белдерә. Мәҫәлән, Өфө ҡалаһы хакимиәте был эшкә әүҙем ҡушылды. Проектҡа ярашлы, уның хеҙмәткәрҙәре бер көнлөк эш хаҡын күсерҙе", – тине Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе – Ҡаланы үҫтереү йәмәғәт фондының башҡарма директоры Олгьа Панчихина.

Фото Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы сайтынан.

Читайте нас: