Башҡортостан парламенты депутаттары коронавирус инфекцияһы таралыуҙы иҫкәртеү сараларында әүҙем ҡатнаша, әммә был хаҡта һәр ваҡыт киң даирәгә хәбәр итмәй, тип белдерҙеләр Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың матбуғат хеҙмәтендә.
Улар тәү сиратта коронавирус таралыуы шарттарында иҡтисадты тотороҡло һаҡлау өсөн көрсөккә ҡаршы закондар ҡабул иткән.
Мәҫәлән, Башҡортостанда булдырылған, эшмәкәрлеге туҡтап торған ойошма-предприятиелар, акционер йәмғиәттәре ҡаҙнанан субсидия аласаҡ. Төбәктә өҫтөнлөклө инвестиция проекттарын тормошҡа ашырған инвесторҙарға ла кредит килешеүҙәре буйынса процент ставкаһын ҡаплау өсөн субсидия биреләсәк. Республика һәм муниципаль ҡаҙналарҙан финансланған учреждениелар быйыл мөлкәт өсөн һалым түләмәйәсәк. Ошондай уҡ ташлама эпидемия осоронда айырыуса зыян күргән тармаҡтарға ҡағыла (туризм, туҡланыу, спорт өлкәһе, халыҡты хеҙмәтләндереү һәм башҡалар).
Шәхси эшҡыуарҙар, коммерцияға ҡарамаған һәм эпидемия сәбәпле зыян күргән ойошмаларға ла һалым ставкаһы түбәнәйтеләсәк.
Унан тыш, депутаттар медицина препараттары, һаҡланыу саралары һатып алыу өсөн ярты миллион һумға яҡын аҡса йыйып, матди ярҙам күрһәткән. “Башфармация” селтәре аша һатып алынған тауарҙар ирекмәндәр ярҙамында медицина хеҙмәткәрҙәренә, оло йәштәгеләргә, пациенттарға һәм башҡа мохтаждарға еткерелә. Депутаттар шулай уҡ муниципалитеттарға битлектәр, аҙыҡ-түлек алып тапшырған.
ЛДПР фракцияһы “Күршеңә ярҙам ит” акцияһын үткәрә. Уның маҡсаты ябай: эргә-тирәлә йәшәгән ярҙамға мохтаж кешеләргә битлектәр, аҙыҡ-түлек, дарыуҙар алырға булышлыҡ итеү.
Бынан тыш, махсус “ҡыҙыу линия” ла эшләй. Унда Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары даими дежурҙа була: 8 (347) 218-31-50 телефонына 9.00 - 18.00 сәғәттәрҙә шылтыратырға мөмкин.