Инйәр
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Апрель 2020, 23:57

Республикала ата-әсәнең балалары менән урамда йөрөү тәртибе ҡәтғиләнәсәк

Был хаҡта Башҡортостан йәмәғәт хәүефһеҙлегенең ведомство-ара советы секретары Алексей Касьянов бөгөн Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә белдерҙе.

Был хаҡта Башҡортостан йәмәғәт хәүефһеҙлегенең ведомство-ара советы секретары Алексей Касьянов бөгөн Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә белдерҙе.

“Күп ата-әсәләр балаларға указға ярашлы 13.00 - 18.00 сәғәттәрҙә урамда булырға рөхсәт бирелеүен контролһеҙ йөрөү мөмкинлеге тип ҡабул итте, – тине ул. – Был дөрөҫ түгел. Барығыҙға ла мөрәжәғәт итәм. Был ваҡытта айырым йәштәге балалар ошо осраҡтарҙа ғына урамға сыға ала: ата-әсә менән магазинға, дарыуханаға барып килеү, йәшәгән урындан 150 метр арауыҡта этте йөрөтөү. Башҡа ваҡыттарҙа балаларҙың йәмәғәт урындарында булыуы ата-әсәнең уларҙы тәрбиәләүҙә хоҡуҡ боҙоуы булараҡ баһаланасаҡ”.

“Вайымһыҙ ата-әсә административ яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ”, – тип өҫтәне Алексей Касьянов. Ошоға бәйле бөгөн Башҡортостан Башлығы ҡарары эшләнәсәк.

Читайте нас: