Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Апрель 2020, 12:10

“БАШҠОРТ ТЕЛЕНӘН ХАЛЫҠ-АРА ДИКТАНТ”

Халыҡ-ара белем биреү акцияһын ойоштороу һәм үткәреү тураһында

Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы һәм “Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)” йәмәғәт берекмәләренең халыҡ-ара союзы 2020 йылдың 25 апрелендә “Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант — 2020” акцияһын үткәрәсәк.
Ойоштороу һәм эш комитеттары составы, “Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант — 2020” акцияһын ойоштороу һәм үткәреү планы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының бойороғо менән раҫланды.
“Диктант—2020” ойоштороусылары: БР Мәғариф һәм фән министрлығы, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошма, “Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)” йәмәғәт берекмәләренең халыҡ-ара союзы.
Илдәге һәм донъялағы эпидемиологик хәлдәргә бәйле башҡорт теленән халыҡ-ара диктантты 2020 йылда беренсе тапҡыр тулыһынса онлайн-форматта уҙғарыу планлаштырыла. Акцияла ҡатнашыу өсөн https://bashkdictant.ru/ сайтында теркәлергә кәрәк.
2020 йылдың 25 апрелендә иртәнге сәғәт 11:00-ҙә (Өфө ваҡыты) “Башҡортостан юлдаш телевидениеһы” телеканалында, “Бәйләнештә”, “Instagram” социаль селтәрҙәрендә, “YouTube” видеохостингында дикторҙар диктант тексын тура эфирҙа уҡый башлай:
Иртәнге сәғәт 11:00-ҙән сәғәт 11:15-кә тиклем — башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр өсөн;
Иртәнге сәғәт 11:30-ҙан сәғәт 11:55-кә тиклем — башҡорт телендә иркен аралашыусылар өсөн;
Көндөҙгө сәғәт 12.00-нән сәғәт 12.20-гә тиклем — башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙыусылар өсөн.
Акцияла һәр ҡатнашыусы диктантты үҙ аллы өйҙә яҙа ала. “Интернет” мәғлүмәт-телекоммуникация селтәре аша яҙған ҡатнашыусыларҙың эштәре https://bashkdictant.ru/ сайтындағы шәхси кабинет аша ҡабул ителә. Шулай уҡ яҙма эштәрҙең фотоһын, скан вариантын [email protected] электрон почтаһына, +7 (927) 950-02-66 Whatsapp мессенджер номерына 26 апрелдә 23:59 сәғәткә тиклем ебәрергә мөмкин.
Шул уҡ ваҡытта диктантты 26 апрелдә 23:59 сәғәткә тиклем http://bashkdictant.ru рәсми сайтында һәм ойоштороусыларҙың социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләрендә (www.instagram.com, https://vk.com/bash_fond) эфирҙың видеояҙмаһын ҡарап яҙырға була.
Диктант темаһы һәм тексы ойоштороусылар тарафынан билдәләнә. Диктант тексы ғалим-филологтар, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ярҙамы менән өс вариантта әҙерләнәсәк: башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр өсөн, башҡорт телендә иркен аралашыусылар һәм башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙыусылар өсөн.
Диктантта ҡатнашыусыларға сертификаттар Сайттағы шәхси кабинеттары аша йә электрон почтаға ебәреләсәк.
Акция ҡатнашыусыһы булып енесенә, расаһына, милләтенә, теленә, сығышына, матди һәм вазифа хәленә, йәшәгән урынына, дингә мөнәсәбәтенә, инаныуҙарына, йәмәғәт берекмәләренә инеү-инмәүенә, шулай уҡ башҡа хәлдәргә ҡарамаҫтан һәр кеше ҡатнаша ала. Акцияның рәсми һөҙөмтәләре 30 көн арауығында https://bashkdictant.ru/ сайтында баҫтырылып сығасаҡ.
Дикторҙар:
  1. Зәйнетдинов Заһир (мульти-инструменталист, шоумен) — башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр өсөн;
  2. Мурзина Флүрә (“Хәбәрҙәр” программаһының алып барыусыһы) — башҡорт телендә иркен аралашыусылар өсөн;
  3. Сәлимов Марсель (сатирик яҙыусы, шағир, публицист, тәржемәсе) — башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙыусылар өсөн.
  4. Читайте нас: