Инйәр
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Апрель 2020, 14:00

Өфөнөң Совет районы башлығы коронавирус менән ауырый тигән шик бар, хеҙмәткәрҙәр өйҙән эшләй

Өфөнөң Совет районы хакимиәте башлығы Рөстәм Рәхмәтуллин 11 апрелдә температураһы күтәрелеүе һәм һалҡын тейҙереү билдәләре булыуы сәбәпле ваҡытлыса эшкә йөрөмәй.

Унан коронавирусҡа анализ алғандар, һөҙөмтәләре һуңғараҡ билдәле була, тип хәбәр иттеләр шишәмбе баш ҡала мэрияһының матбуғат хеҙмәтенән.
Совет районы хакимиәте хеҙмәткәрҙәре өйҙән эшләй, изоляция режимын үтәй.
«Барлыҡ тейешле санитар-иҫкәртеү саралары күрелгән. Район хакимиәте бинаһында, бөтә кабинеттарҙа, шулай уҡ биләмәлә дезинфекция үткәрелгән. Хәл махсус контролдә тотола», — тип билдәләнеләр мэрияла.
Читайте нас: