Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Апрель 2020, 11:27

“Демография” милли проекты

БДМУ-ның ирекмән медиктары карантинда һәм үҙизоляцияла булған кешеләргә, оло йәштәгеләргә һәм аҙ мобилле граждандарға аҙыҡ-түлек, дарыуҙар һәм тәүге ихтыяждағы әйберҙәр һатып алыуҙа, коммуналь түләүҙәрҙе атҡарыуҙа ярҙам күрһәтә.

Республикала Башҡорт дәүләт медицина университеты базаһында коронавирус инфекцияһын иҫкәртеү йәһәтенән ирекмән медиктар штабы ойошторолған, төбәк штабының эше “Демография” милли проектына ярашлы алып барыла, тип хәбәр иткәйнек.

БДМУ-ның ирекмән медиктары карантинда һәм үҙизоляцияла булған кешеләргә, оло йәштәгеләргә һәм аҙ мобилле граждандарға аҙыҡ-түлек, дарыуҙар һәм тәүге ихтыяждағы әйберҙәр һатып алыуҙа, коммуналь түләүҙәрҙе атҡарыуҙа ярҙам күрһәтә. Шулай уҡ, медицина учреждениеларына килгәндәргә дистанциялы термометрия һәм ҡулдарын антисептик менән зарарһыҙландырыу үткәрә, генераль йыйыштырыу яһай, документация менән эшләй, оло йәштәгеләргә һәм аҙ мобилле кешеләрҙең өйҙәренә рецептар алып бара.

Йәш һәм әүҙем ирекмәндәрҙең эшендә республика Башлығының ҡатыны Каринэ Владимировна Хәбирова ла ҡатнашыуы мәғлүм. Был хаҡта студенттар социаль селтәрҙәге төркөмдә яҙма ҡалдырған: “Ирекмәнлек – күңел торошо. Был – ҙур йөрәктең саҡырыуы, ул һәр саҡ ярҙам һәм хәстәр өсөн асыҡ. Бер аҙна дауамында беҙгә Каринэ Владимировна ярҙам итте: ғаризаларҙы эшкәртте, һорауҙарға яуап бирҙе, оло йәштәгеләргә аҙыҡ-түлек алып барҙы. Һәр көн һайын беҙ, ирекмәндәр, уның ихласлыҡ һәм йылылыҡ менән был ябай, әммә мөһим эште башҡарыуын күрҙек. Ул һәр ғәмәлде бирелеп, ысын күңелдән башҡарҙы һәм беҙҙең менән һуңғы шылтыратыуғаса булды. Ошоноң өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә, Каринэ Владимировна! Һеҙҙең колектив эшенә индергән өлөшөгөҙ, асыҡ һәм ихлас булыуығыҙ һәр ирекмән өсөн өлгө!”, - тигән улар.

Читайте нас: