Үҙ-үҙеңде изоляциялау ваҡытында йөрөүҙең яңы тәртибе
Республика Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттә уҙған оператив киңәшмә барышында коронавирус пандемияһына бәйле яңы сикләү саралары тураһында хәбәр итте.
Әйтәйек, 65 йәштән өлкәнерәктәр өсөн ҡәтғи “комендант сәғәте” керетелә: киске сәғәт 18:00-ҙән иртәнге 10:00-ға ҡәҙәр уларға урамда йөрөү тыйыла. Радий Хәбиров һүҙҙәренә ҡарағанда, бындай саралар тағы ике аҙна дауам итәсәк, шуға күрә ул өлкән быуындың аңлауын һәм сабыр булыуын һораны. Бынан тыш, республика етәксеһе үҙ-үҙеңде изоляциялау режимын боҙған өсөн штрафтар күләмен арттырыу мәсьәләһен күтәрҙе.
Үҙ – үҙеңде изоляциялау ваҡытында нимә рөхсәт ителә?
Түбәндәге мөһим осраҡтарҙа фатирҙан сығырға мөмкин:
киҫекмәҫтән медицина ярҙамына мохтаж булғанда йәки ғүмергә һәм һаулыҡҡа башҡа ҡурҡыныс янағанда; әгәр һеҙҙе өйҙән тороп эшләүгә күсермәһәләр, эшкә барырға (үҙегеҙ менән паспортығыҙ һәм етәксегеҙ тарафынан бирелгән белешмә булырға тейеш); яҡындағы магазиндан аҙыҡ-түлек һәм дарыуханан дарыуҙар һатып алырға; йәшәгән урындан 100 метр арауыҡта йорт хайуандары менән йөрөргә; транспорт сараһының хужаһына автомобилендә үҙе генә йәиһә бергә изоляцияланған кеше менән йөрөргә. Йәшәгән урынығыҙҙан сыҡҡанда һәр ваҡыт үҙегеҙ менән шәхес таныҡлығын алырға онотмағыҙ. Бар ерҙә лә, шул иҫәптән йәмәғәт урындарында һәм транспортта (таксиҙан башҡа) граждандарҙан 1,5 метр арауыҡ һаҡлағыҙ.
йүгерергә сығыу һәм спорт майҙансығында спорт менән шөғөлләнеү; коляскала бала менән йөрөү; парктарға һәм ял итеү зоналарына барыу; туғандарға йәки магазинға барыу өсөн такси саҡырыу; 65 һәм унан оло, шулай уҡ хроник сирле кешеләргә тыйылған ваҡытта урамға сығыу; Балиғ булмаған балаларға киске сәғәт 18.00-ҙән көндөҙгө 13.00-гә ҡәҙәр йәмәғәт урындарында йөрөү.